Рамаҙан Өмөтбаевтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһе үтте

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында яҡташтары күңелендә яҡты нур булып һаҡланған, фиҙаҡәр хеҙмәте, талантлы ижады менән милләтебеҙҙең абруйын күтәргән арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең береһе – Рамаҙан Ғимран улы Өмөтбаевтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған “Ирмен тигән ир-егеттең күңелендә эйәрле ат ятыр” исемле Хәтер һәм Ҡәҙер кисәһе уҙҙы. Сарала Рамаҙан Ғимран улы тураһында яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашырға, иҫкә алырға, уның ижады хаҡында фекер алышырға, яҡындан белеп, аралашып йәшәгән Кәйекбирҙин Кирәймәргән Әғзәм улы, Баймырҙин Ғәлимйән Ситдыҡ улы ,Утәев Рәшит Зиннәт улы, Мусин Йәғәфәр Әғзәм улы, Әхмәтова Көнһылыу Әҙһәм ҡыҙы, Әблюзин Ғайзулла Мөхәмәт улы ҡатнашты. Һәр сығыш яһаусы Рамаҙан Өмөтбаевты оҫта етәксе, тура һүҙле, үҙ һүҙендә торған ышаныслы етәксе һәм тоғро дуҫ булыуын, ҡайҙа ғына эшләһә лә баймаҡтарға ярҙамсыл булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алдылар.
Ю.Ғәйнетдиновтың Р.Өмөтбаев тураһындағы видеояҙманы ҡарау, үҙе менән аралашҡан һымаҡ булды. Баймаҡ лицей -интернатынан килгән уҡыусылар фәһемле һәм тәрбиәүи сараны иғтибар менән тыңлап ултырҙылар. Уларға ҡарата әйтелгән теләктәр киләсәктә көслө рухлы шәхес булып үҫеүҙәренә булышлыҡ итһә ине.
Рамаҙан Өмөтбаев тураһында яҡты иҫтәлек яҡташтары, бергә эшләгән иптәштәре, туғандары хәтерендә һоҡланғыс изге зат, рухлы дәүләт эшмәкәре, намыҫлы, яҡты шәхес булып мәңге һаҡланыр.