Рус яҙыусылары һәм шағирҙары ижадын пропагандалау аҙналығы

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында рус яҙыусылары һәм шағирҙары ижадын пропагандалау аҙналығы бара. Аҙналыҡ сиктәрендә барлыҡ ауыл китапханаларында, шул иҫәптән үҙәк китапханала ла рус әҙәбиәте өлгөләре булған яҙыусыларҙың ижады менән танышыу, яңы ижадсыларҙың әҫәрҙәрен өйрәнеү буйынса саралар уҙғарыу ҡаралған. Ҡаланың үҙәк китапханаһында Николай Гоголь ижады һәм уның тормош юлына бағышланған китапхана дәресе үтте. Гоголь әле булһа ла тулыһынса өйрәнеп бөтөлмәгән һәм ҡабатланмаҫ әҫәрҙәре менән әсир итеүсе автор булараҡ күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра. Сарала ҡатнашыусы Баймаҡ ауыл хужалығы колледжы студенттары һәм ҡаланың өсөнсө мәктәбе уҡыусылары өсөн дә китапханасылар В.Ушанова һәм З.Ҡолһарина Гоголде яңы яҡтан асты. Дәрестә уның әҫәрҙәренә төшөрөлгән кинофильмдарҙан  өҙөктәр күрһәтелде, яҙыусы үҙ әҫәрҙәрендә данлаған тыуған төбәге-Украинаға ҡағылышлы картиналарға байҡау яһалды, уның тылсым менән уратылған әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡылды.