Сауаптарын алып ҡалайыҡ

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Ҡорбан байрамына арналған “Сауаптарын алып ҡалайыҡ”исемле түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү үтте. Сарала ислам дине, уның төп терәктәренең береһе- хаж ҡылып, Мәккә, Мәҙинә ҡалаларына барып, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләм аяғы тейгән ерҙә булып, хаж ғәмәлен үтәгән һәм районыбыҙҙа дини йолаларҙы тергеҙеүгә, йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән Хәмзә хәҙрәт Хафизов, ҡаланың ағинәйҙәре һәм мосолман диненә битараф булмаған яҡташтарыбыҙ ҡатнашты. Сара барышында Хәмзә хәҙрәт ҡорбан салыуҙың шарты, тәртибе, файҙаһы тураһында тәфсирләп мәғлүмәт еткерҙе. Оло ҡорбан, нәҙер ҡорбандары әһәмиәте тураһында аңлатма бирҙе. Ҡорбан байрамы тураһында М.Кәримдең “Оҙон оҙаҡ баласаҡ китабынан ” өҙөк һәм яҡташыбыҙ Лилиә Һаҡмарҙың “Ҡорбан байрамы” исемле шиғыры уҡылды.
Китапхананың тоғро дуҫы, уңған хужабикә Зәлиә Солтанова ҡорбан байрамының сәй табынына болануттан яһалған сәй тәҡдим итте. Уны йыйыу, эшкәртеү, ҡулланыу серҙәре, файҙаһы тураһында үҙ сере менән уртаҡлашты. Видеояҙманан был файҙалы сәй тураһында өҙөк ҡарау күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы. “Сауаптарын алып ҡалайыҡ» исемле сара әрүәхтарға аят бағышлау менән тамамланды.
Зөлхизә айы һәр беребеҙгә тәрбиә бирһен: иман, сабырлыҡ, татыулыҡ, кеше ҡәҙерҙәрен белеү, тыуған илгә һөйөү, ғилемгә, мәғрифәткә ынтылыу һәм башҡа яҡшы сифаттар күңелебеҙҙә сәскә атып, орлоҡтарын бирһен.