Сәләмәт тормош яратыусылар клубы

 

♻  Баймаҡ үҙәк китапханаһы янында сәләмәт тормошто яратыусылар клубы эшләй башланы
13 ноябрҙә клуб ағзаларының тәүге осрашыуы үтте. Унда сәләмәт тормош яҡлы, үҙ һаулығына битараф булмаған яҡташтар йыйылды. Сарала Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Илдар Сабир улы Бәхтийәров киҙеүҙән, тымауҙан, һалҡын алдырыуҙан һаҡланыу саралары хаҡында кәңәштәр, мәғлүмәт бирҙе. Республикасоциаль-психология һәм мәғлүмәти-методик үҙәгенең Көньяҡ филиалы педагог-психологы Мөхәмәтйәрова Гөлфиә Иршат ҡыҙы нисек күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәү һәм стресстан сығыу серҙәре менән бүлеште. Клубҡа һәр теләгән кеше йөрөй ала. Бында һаулыҡҡа, сәләмәт тормошҡа ҡағылған һорауҙарҙы уртаға һалып һөйләшеүҙәр, белгестәр, табиптар менән осрашыуҙар, саф һауала спорт саралары, физик күнекмәләр ойоштороу планлаштырыла.