Театр-ул минең тормошом

Баймаҡ үҙәк китапханаһында Театр йылына арналған һәм “100 йыллыҡҡа 100 сара” марафоны сиктәрендә бик матур осрашыу үтте.
Сарала яҡташтарыбыҙ : драматург Әминә Миңдеғол ҡыҙы Яхина, режиссер Фәрзәнә Мотаһар ҡыҙы Байғотлина, сәхнә әҫәрҙәрен оҫта итеп башҡарыусы ветеран актерҙарыбыҙ Мөнир Маннапов, Рәмзиә Романова, Рәйлә Бикберҙина, Кәбирә Маннаповалар, мәҙәниәт ветераны Ҡыҙрасова Рушан Абдулла ҡыҙы , театр белгесе Гүзәл Мырҙаева, “Элегия” өлгөлө балалар театр етәксеһе Дилә Баянова үҙенең тәрбиәләнеүселәре менән, интернат-лицейы уҡыусылар, ағинәйҙәр һәм китапханасылар ҡатнашты. Әминә Миңдеғол ҡыҙы беҙгә әле генә мейестән сыҡҡан “Етем төлкө”исемле балалар өсөн рус һәм башҡорт телендә яҙылған пьесалар китабын бүләк итте.
Фәрзәнә Мотаһар ҡыҙы Байғотлина хәтирәләргә бирелеп һәр актерын яратып, улар менән район, республика, хатта Мәскәүгә барып 1-се Бөтә Союз фестивале лауреаттары булып ҡайтыуҙарын һөйләне.
Мөнир Маннапов спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе башҡарған сәхнә кешеһе.”Талант тыумыштан бирелә торған Хоҙай бүләге. Был ҡөҙрәт бала сағығыҙҙан уҡ сағылдымы”,- тигән һорауға рәхәтләнеп, бала сағына ҡайтып ураны һәм шиғыр юлдары менән яуап бирҙе.
Киләһе ҡунағыбыҙ Романова Рәмзиә Мөхитдин ҡыҙы; “Үҙебеҙ ҙә ,балалар ҙа сәхнәлә үҫтек инде, тәжрибә тупланыҡ, һаман күҙ алдында 18 йәшемдә әбей ролен, 18 йәшлек ҡыҙ ролен 32 йәшемдә уйнағаным,-ти Рәмзиә ханым. Бөгөнгө ваҡытта ололарҙы йәлеп иткән театр булмауы эсте бошора,- тине.
Дилә Баянованың уҡыусылары тарафынан башҡарылған М. Йәлилдең “Вәхшәт” шиғырын тулҡынланмай тыңлау мөмкин түгел ине.
Балаларҙа театрға һөйөү уятҡан Гүзәл Мырҙаева: «һәр кем үҙ ғаиләһендә актер, кәрәк икән ҡатын-ҡыҙ 70 сүрәткә инергә тейеш, ти. Күптән түгел Гүзәл бишбармаҡ етештереп һатыу шөғөлөн булдырған. Сара һуңында ул сәхнә ветерандарына күстәнәстәрен- һалма, бишбармаҡтар таратты.
Ҡыҙрасова Рушан Абдулла ҡыҙы һәм төрлө йылдарҙағы сәхнә актерҙары Рәйлә Бикберҙина, Кәбирә Маннаповалар йылы иҫтәлектәре менән уртаҡлаштылар. Һәр ваҡытта шәхсән театр сәхнәгеҙҙә геройҙарығыҙ мөхәббәтле, оҙон ғүмерле булһын тибеҙ. Бер генә бирелгән ғүмеребеҙҙең һәр минуты яҡындарыбыҙға мәрхәмәт, изгелек һәм мөхәббәт өләшеүгә бүленһен, тип әйтәһе килә.
Сәрүәр Иҙелбаева.