“Телен һөйөр генә, илен һөйөр”

21 февраль – Халыҡ–ара туған тел көнө айҡанлы, Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Телен һөйөр генә, илен һөйөр” исемле матур сара үтте. Китапхана дәресендә Баймаҡ лицей – интернаты тәрбиәсеһе — Нәсимә Кинйәғәле ҡыҙы Азаматова менән 7 А класы уҡыусылары ҡатнашты. Төрлө һорауҙар һәм уйындар менән үрелеп барған осрашыуҙа уҡыусыларҙың әүҙемлеге, ихласлығы, телгә битараф булмауҙары беҙҙе ҡыуандырҙы. Сара һуңында уларҙың: «Беҙ туған телебеҙҙе киләсәк быуынға еткерергә бурыслыбыҙ»-тигән һүҙҙәре быға асыҡ дәлил.