Тәнзилә Кейебаева китаптар бүләк итте

Сыңғыҙ ауыл модель китапханаһына ауылдашыбыҙ Тәнзилә Кейебаева китаптарын бүләк итте. Ауылдаштарына, үҫмерҙәргә, әҙәбиәт һөйөүселәргә китап һөйөргә, уҡып фәһем алырға, халҡыбыҙҙың үткән тарихына битараф булмаҫҡа өндәне. Китапханала китап уҡыусыларҙың күп булыуын теләп ҡалды.