«Уйнай-уйнай үҫәбеҙ»

Бөгөн балалар китапханаһында Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәйсә Миҙхәт ҡыҙы Иҫәнбаеваның тәрбиәселәр, уҡытыусылар, балалар һәм ата-әсәләр өсөн тәғәйенләнгән «Уйнай-уйнай үҫәбеҙ» исемле китабының исем туйы үтте. Был сараға ҡаланың 2-се һанлы мәктәбенең 3-сө класс уҡыусылары килде (етәкселәре мәктәп китапханасыһы Ласынова Ә.З.). Китапханасы Сабирова Г.Ә. әҙибәнең тормош юлы, ижады, китаптары менән таныштырғандан һуң, Рәйсә Миҙхәт ҡыҙына һүҙ бирелде. Бөгөнгө көндә балаларҙың уйнамауын, уйнай белмәүҙәрен иҫәпкә алып төҙөлдө был йыйынтыҡ, — тип башланы һүҙен автор. Китапҡа ингән уйындар 3 йәш төркөмөнә бүлеп бирелгән: мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм башланғыс класс уҡыусыларына, уртансы класс уҡыусылары һәм үҫмерҙәргә, йәштәр өсөн. Рәйсә Миҙхәт ҡыҙы был уйындарҙың балалар өсөн бигерәк тә файҙалы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уйын барышында балаларҙың хәтере нығына, сослоҡтары, уяулыҡтары арта, бер-береһенә яуаплы ҡараш нығына. Өҫтәл артында ултырған килеш уйнап алғандан һуң, беҙ барыбыҙ ҙа саф һауаға сығып уйындар менән танышыуыбыҙҙы дауам иттек. Балалар йыйынтыҡҡа ингән «Хикәйә һөйләү», «Күргәнем бар», «Алырым ҡош, бирмәм ҡош», «Көн менән төн» һәм «Самауыр» исемле уйындарын яратып уйнаны.