Фирүзә Абдуллина менән осрашыу

Башҡорт китабы аҙналығы сиктәрендә Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында яҡташ шағирә Фирүзә Абдуллина менән “Күңелендә йәшәй матурлыҡ” тигән осрашыу кисәһе уҙҙы. Унда Фирүзә Абдуллинаның ижадын үҙ иткән шиғриәт һөйөүселәр, бер туғандары, Татлыбай ауылының “Әхирәттәр” вокаль ансамбле, һәүәҫкәр композиторҙар Хәлил Биктимеров, Динә Аҡназарова, Баймаҡ телевидениеһының “Рух ҡошо-2018” проектында еңеүсе Заһит Ғүмәров, китапханасылар, китапхана эше һәм мәғариф ветерандары ҡатнашты. Фирүзә Абдуллина — тормошсан шиғырҙары менән күптәрҙең күңел серҙәшенә әйләнгән шағирә. Айырыуса һуңғы йылдарҙа уның ижады Интернет ҡулланыусылар араһында киң популярлыҡ яулай бара. Осрашыуға килгән шиғриәт һөйөүселәр шағирәгә күңел түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен, йылы теләктәрен еткерҙе, йырҙар арнаны, шиғырҙарын яттан һөйләне. Кисәгә йәм өҫтәп “Әхирәттәр” ансамбле, Дилбәр һәм Хәлил Биктимеровтар, Хәйбулла һандуғастары Гөлфиә Хәләфетдинова һәм Динә Аҡназарова, “Сулпылар-2017” бәйгеһендә ҡатнашыусы Искәндәр Тайбугин Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы башҡарҙы. Шулай уҡ Заһит Ғүмәров Фирүзә Дәүләтша ҡыҙының “Рәхмәтлебеҙ һиңә, әсәйебеҙ” шиғырын һөйләп, залда ултырыусыларҙың күңелдәренең иң нескә ҡылдарын тибрәтте. Һуңынан осрашыуҙа ҡатнашыусылар яҡташ шағирәнең автографлы китаптарын алып һөйөндө.