Халыҡ яҙыусыһы менән осрашыу

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында яҡташыбыҙ — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, прозаик, драматург, публицист Таңсулпан Ғарипова менән осрашыу уҙҙы. Йөрәктәргә үтеп инерлек әҫәрҙәр, йәшәү мәғәнәһен тәрәнерәк аңларға ярҙам иткән китаптар авторы менән осрашыуға китап уҡыусылар, китапханасылар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәғариф һәм китапхана селтәре ветерандары йыйылды. Тәүҙә баймаҡтар Таңсулпан Хизбулла ҡыҙын быйыл Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, тигән оло исем алыуы менән тәбрикләне. “Ошо исемде алғас, төрлө ерҙәрҙә осрашыуҙарҙа булырға тура килде. Әммә һәр ваҡыттағыса тыуған яҡҡа ҡайтыу мине нығыраҡ тулҡынландыра. Һеҙҙең алға килеп баҫыу һынау тотоу менән бер. Мин ошо ерҙә, Күсейҙә тыуып үҫкәнмен, шунда минең ата-әсәйем, ата-бабаларымдың һуңғы төйәге, әҫәрҙәремдә – Баймаҡ, Күсей теле”, — тине ул һүҙен башлап.

Яҙыусының тетрәндәргес яҙмыштарҙы сағылдырған, тормошсан китаптарынан торған күргәҙмә менән китапханасы В.Ә. Ишбаева таныштырҙы.

Хөрмәтле яҡташыбыҙ осрашыу барышында китап уҡыусыларының ижадына һәм тормошона, ғөмүмән, йәшәйешкә ҡағылған һорауҙарына тәрән хисле, төплө, уйландырырлыҡ яуаптары, аҡыллы кәңәштәре менән һоҡландырҙы. Һәр һорауға яуап – үҙе бер тормош баҫҡысы. Мәҫәлән “Тормошта үкенгән сағығыҙ булдымы?”, — тигән һорауға ул: “Беҙ ҡайһы ваҡыт нимә өсөндөр ныҡ көйәләнәбеҙ, әммә барыһы ла үтә. Бар нәмәне тынысыраҡ ҡабул итергә кәрәк. Ниндәйҙер ауырлыҡ килеп сыҡты икән, ул юҡҡа булмауы, уның артында һиңә яңы юл асылыуы мөмкин. Һәр кисергән көндәң үҙ ҡабатланмаҫ мәле”, — тип яуап бирҙе. Ижадының үҙәгендә ҡатын-ҡыҙ яҙмышы торған, һәр әҫәрендә ҡатын-ҡыҙҙың бөтә асылын, уның эске донъяһын, матурлығын нескә тойомлап таусирлаған, уларҙың яҙмышы аша ил тарихын, меңәрләгән яҙмыштар тарихын һынландырған  әҙибә бөгөнгө заман ҡатын-ҡыҙына көслө рухлы булырға саҡырҙы. “Төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ, үҙегеҙҙе ваҡытында ҡулға алығыҙ, үҙегеҙ өҫтөндә эшләгеҙ, нимәнелер үҙгәртә алмайһығыҙ икән, бының өсөн көн һайын үҙегеҙҙе бөтөрөүҙән файҙа юҡ, нисек бар шулай ҡабул итергә, ҡарашығыҙҙы үҙгәртергә ынтылығыҙ”, — тине ул.

Осрашыу барышында Байыш ауыл китапханасыһы, “Милләт әсәһе” миҙалына лайыҡ булыусы Н. Сөләймәнова, мәғариф ветераны, В. Ямантаева, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы А. Сирбаева, “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижади берекмә ағзалары сығыш яһап, яҙыусыға йөрәк түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ҡаланың 4-се лицейының 6-сы класс уҡыусыһы Инсаф Зәйнуллин Таңсулпан Ғарипова ижады буйынса әҙләнеү эше алып бара. Инсаф яҙыусынан эшенә бәйле һорауҙарына төплө яуаптар алды.

Ләйсән ямғырылай сафлыҡ бөркөлгән, күңелдәргә рух, дәрт, өмөт өҫтәгән тулҡынландырғыс осрашыу аҙағында үҙәк китапхана директоры З. Мортазина Таңсулпан Хизбулла ҡыҙына баймаҡтарҙан иҫтәлекле бүләк тапшырып, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. “Һеҙҙең китаптарығыҙ китап кәштәләрендә ятмай, улар һәр саҡ ҡулда, халыҡ яратып уҡый, тимәк, һеҙ ысын мәғәнәһендә бәхетле яҙыусы, алыҫ араларҙы яҡын итеп осрашыуға килгәнегеҙ өсөн рәхмәт. Беҙ һеҙҙе һәр саҡ көтөп ҡалабыҙ, киләсәктә лә һеҙҙең менән бик күп осрашыуҙар үткәрергә яҙһын”, — тине Зилә Вәкил ҡыҙы. Осрашыу аҙағында әҙәбиәт һөйөүселәргә Т.Ғарипованың “Әҫәрҙәр”енең I, II томдары тәҡдим ителде. Халыҡ яҙыусыһы менән осрашыу кисәләре икенсе көнө Сыңғыҙ һәм Ниғәмәт ауылдарында дауам итте.