“Хәтер мәңгелек” исемле Бөйөк Еңеүгә арналған шиғыр  һөйләүселәр бәйгеһе

 

Йылда район үҙәк китапханаһы йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү маҡсатында ике¸өс быуын вәкилдәре ҡатнашлығында Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе  үткәреп килә. Быйыл  да бәйге ике турҙа үтте.Район бәйгеһендә 5 йәштән 87 йәшкә тиклем бөтәһе 80 бәйгесе ҡатнашты. Бәйге барышында  А.Игебаев, В.Буранбаев Р.Сафин, М.Кәрим. М.Хәй, Ф.Абдуллиналарҙың  һ.б. шиғырҙары  яңғыраны.

1-се урынды– Ниғәмәт ауылынан Рәйсә Иҫәнбаева, ҡыҙы  Ләйлә  һәм  ейәнсәре Әҙилә Мырҙағалиналар яуланы.

2-се урынды Буранбай ауылынан Гөлнур Раева, Йәнгүзәл Буранбаевалар,      1-Этҡол ауылынан Зәкиә Сөләймәнова, Альбина Дәүләтбирҙина, Таңсулпан Сәлимовалар, 2-се Этҡолдан Хәмдиә Ғүмәрова, Зөбәржәт һәм Заһир Боҫҡоновтар, Баймаҡтан Гөлназ, Сабина һәм Ғәйсәр Ғүмәровтар бүлеште.

3-сө урынды  Темәс ауылынан Нәзилә Яхина, Азалия Аҡбулатова, Татлыбай ауылынан Фирүзә Йосопова, Гөлнур Йосопова, Азалия Яхиналар, Ҡуянтау ауылынан  Гөлфирә Дәүләтбирҙина, Ислам Дәүләтбирҙиндар бүлеште.

Тамашасылар һөйөүе призына ҡаланың 4-се мәктәп-лицейы уҡыусыһы Йәмил Сәйҙәлиев лайыҡ булды.

Иң кесе ҡатнашыусы  Семеновск ҡасабаһынан Гөлсөм Әбүбәкирова (5 йәш).

Иң оло ҡатнашыусы  Йомаш ауылынан Вәлиәхмәт Килдеғошов (87 йәш).

  • Йомаш ауылынан килгән бәйгесе, һуғыш йылы балаһы Килдеғошов Вәлиәхмәт Ҡотлоәхмәт улы менән бәйгеселәр яҡыныраҡ аралаша алды. Ул ” Буранбай”  башҡорт халыҡ йырын башҡарғанда тамашасылар тын ҡалды. Был бәйге һуғыштың ҡот осҡос ауырлыҡтарын татыған һалдат -яугирҙәргә, Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн бөтәһен дә эшләгән тыл эшсәндәренә, һуғыш балаларына мәдхиә булһын.