«Хәтер мәңгелек» шиғыр һөйләүселәр конкурсы иғлан ителә.

Хәтер һаҡлай, хәтер һыҡтап илай,
Хәтерҙәргә уйып яҙылған.
Һуғыш беҙҙең әрнеү йөрәктәргә,
Тутыҡ ярсыҡ булып ҡаҙалған.
Ә.Моратов
✒ 9 май – Бөйөк Еңеү көнө яҡынлашҡан һайын һәр бер кеше хәтер дәфтәрен аҡтара, йөрәгендә йөрөткән иҫтәлектәрен барлай, һуғыш афәтен үҙ иңдәрендә татыған яугирҙәрҙе онотмай, еңеүҙе яҡынайтыу өсөн бар көсөн йәлләмәгән хеҙмәт армияһының погонһыҙ һалдаттары — тыл эшсәндәре, үҫмерҙәр, бала — сағалар, хәҙер инде сал сәсле инәйҙәр һәм олатайҙар менән осраша.
✒ Йыл да район үҙәк китапханаһы йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү маҡсатында ике-¸өс быуын вәкилдәре ҡатнашлығында Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үткәреп килә. ✒ Быйыл бәйге ике турҙа үтә.
Бәйгенең 1-се туры ҡалала һәм ауылдарҙа, 2-се туры 7 май көнө район китапханаһында үтәсәк. Бәйгегә рәхим итегеҙ.
Белешмә өсөн телефон: 3-16-74