«Хәтер мәңгелек»

Билалдар Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылап «Хәтер мәңгелек» проекты исеме аҫтында тағы ла бер матур сара үткәрҙе. Билал ауыл биләмәһе башлығы И. Ш. Саптаров, мәктәп директоры Ф. Ф. Садыҡов етәкселегендә делегация Һуғыш ветераны Әбүзәр Әбүбәкер улы Ишморатовта ҡунаҡта булып хәлдәрен белешеп, матур байрам сараһы уҙғарҙы.

Мәктәп уҡыусылары Айнур Әхмәтовтың ҡурайҙа уйнауы, «Генерал Игзаков» бейеүе, Илгенә Хәйҙәрованың «Көмөш һырға» бейеүе, Юлдаш Булатовтың нәфис һүҙе ветеран өсөн ҙур бүләк булды. Ауыл биләмәһе башлығы Илдар Саптаров, мәктәп директоры Фәнүр Садыҡов, уҡытыусылар Дилара Әхмәтова, Раушания Ғайсина, ауыл китапханасыһы Райхана Булатова һуғыш ветеранына изге теләктәрен еткерҙе.