“Юридик белем – бөгөнгө көн талабы”

 

Баймаҡ үҙәк китапханаһында Башҡортостандың 100 йыллығына арналған “Тере тарих” библиомарафоны сиктәрендә сираттағы осрашыу уҙҙы. “Юридик белем – бөгөнгө көн талабы” исемле сарала Баймаҡ район халыҡ судында халыҡ судъяһы булып эшләп отставкаға сыҡҡан Наилә Нәбип ҡыҙы Байрамғолова, “Консультант” ЯСЙ-һы директоры Ғәйзулла Сәйфулла улы Ярбулов, Баймаҡ район халыҡ судында суд ултырышы секретары булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Зәлифә Хәйретдин ҡыҙы Солтангәрәева, тарих уҡытыусыһы Тәлғәт Талип улы етәкселегендә ҡаланың 3-сө мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты. Осрашыу барышында саҡырылған ҡунаҡтар – тәжрибәле, белемле юристар хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләү өсөн яуаплылыҡ, иғтибарлыҡ, һайлаған һөнәреңде яратыу, талапсанлыҡ, ҡануниәтте яҡшы белеү, тел байлығы талап ителеүен билдәләне. Сығыш яһаусылар хеҙмәт йылдары менән таныштырҙы, уҡыусыларҙың ҙур ҡыҙыҡһыныу менән биргән һорауҙарына яуап ҡайтарҙы. Осрашыуҙа юрист һөнәрен һайламаған саҡта ла, үҙ хоҡуҡтарыңды, ҡануниәтте белеү зарур икәне һыҙыҡ өҫтөнә алынды.