Ю.Мәҡсүтов ис. премияның яңы лауреаттары

✏»Йәшлек» гәзитенең Урал аръяғы райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе, Башҡортостан һәм Рәсәй журналистар берлеге ағзаһы Юлай Мәҡсүтов иҫән булһа, ғинуар айында уға 58 йәш тулған булыр ине. Талантлы хәбәрсенең исемен мәңгеләштереү һәм йәш журналистарҙың ижади әүҙемлеген арттырыу йәһәтенән Баймаҡ үҙәк китапханаһы 2008 йылда Юлай Мәҡсүтов исемендәге район журналистар премияһын булдырҙы. Был премия 3 йылға бер бирелеп килә. Быйылғы лауреаттар исеменә «Баймакский вестник» гәзите хәбәрсеһе Дмитрий Фадеев һәм яҡташыбыҙ йәш, талантлы журналист Илгиз Ишбулатов лайыҡ булды.Уларҙы ихлас ҡотлайбыҙ, яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ💐