Яңы баҫмалар, журналдар!!!

 

Баймаҡ үҙәк китапханаһының уҡыу залында һеҙ бик ҡыҙыҡлы журналдар һәм баҫмалар менән таныша алаһығыҙ. Билдәле, хәҙер һеҙ ҡасандыр яратып уҡыған газета-журналдарҙың хаҡы «ат хаҡы»на тиң. Әммә улар менән хушлашырға ашыҡмағыҙ! Яратҡан баҫмаларығыҙҙы беҙҙең уҡыу залына килеп уҡый алаһығыҙ, ҡайһы берҙәрен өйгә алып ҡайтып уҡыу мөмкинлеге лә бар. Кескәйҙәр өсөн газета-журналдарҙы иһә, Баймаҡ балалар моделле китапханаһында таба алаһығыҙ. Ул ҡаланың 4-се лицейы бинаһында урынлашҡан.