Яңы йыл менән ҡотланылар

 

🌲Бер байрамды ла Яңы йылды көтөп алған кеүек көтмәйбеҙҙер ул. Һәр Яңы йылды иң яҡты хыялдар, өмөттәр менән ҡаршылайбыҙ, ә байрамдың иң төп ҡунаҡтары-Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың бүләктәрен һәр бала оло мөғжизә итеп ҡабул итә.
Яңы йыл байрамдары алдынан Баймаҡ үҙәк китапханаһы етәкселеге китапхана селтәре хеҙмәткәрҙәре ветерандары һәм кескәйҙәр өсөн бүләктәр әҙерләне. Бүләктәрҙе иһә, Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу йорттарға йөрөп таратты. Улар балаларға байрам күстәнәстәре генә таратып ҡалманы, бергә ҡупшы шыршы тирәләй әйләнде, һәр бер балаға онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар бүләк итергә тырышты.