«Ғаилә менән китап уҡыу»

 

Темәс ауыл модель китапханаһында әүҙем йөрөгән китап уҡыусылар,бай тормош юлы үткән өләсәйҙәр,әсәйҙәр менән «Ғаилә менән китап уҡыу»исемле осрашыу кисәһе үтте.Кешелек донъяһының иң ҙур рухи хазинаһы, ҡаҙанышы булып китап тора. Ябай ғына ҡулланма һаналһа ла, быуындар бәйләнешен ялғаусы ла, белем-ғилем нурҙарын таратыусы ла китап ул. Китап аша балаларҙы тәрбиәләү, китапҡа һөйөү уятыу өсөн ғаилә йылында беҙ йыл буйына өләсәйҙәр менән китаптар уҡыныҡ. Өләсәйҙәр ейән-ейәнсәрҙәре менән уҡыған китаптары тураһында бер-береһенә һөйләп китап ҡәҙерен, серен астылар, бергәләп шиғырҙар һөйләнеләр. Быйылғы Ғаилә йылында Темәс ауылында иң күп китап уҡыусы тип Флүрә һәм Васил Йосоповтар һәм уларҙың ейәнсәре Эльвина һаналды. Икенсе булып Солтанғужиндар (өләсәһе Ләлә апай) ғаиләһе билдәләнде. Ғаиләләрҙең нигеҙ ташы –олатай, өләсәйҙәр. Өләсәйҙәр тәрбиәһе һәм өлгөһөндә үҫкән балалар ҙа тиңдәштәренән айырыла, тәрбиәлерәк була.