Ғаилә ҡиммәттәре-йолаларҙа

30 ноябрь көнө Баймаҡ ижады үҙәгендә йыл дауамында районда уҙған, Башҡортостандың 100 йыллығына һәм Ғаилә йылына арналған саралар -районыбыҙ ағинәйҙәре иғлан иткән, һөҙөмтәлә грантҡа лайыҡ булған «Башҡортостандың 100 йыллығына- 100 ғаилә» исемле, шулай уҡ ауыл хакимиәттәре буйлап уҙған «Алтын тирмә» интеллектуаль уйындарының йомғаҡлау кисәһе уҙҙы. Сарала Башҡортостандың төп ағинәйе, күренекле журналист, китаптар авторы, «Киске Өфө» гәзите мөхәррире Гөлфиә Янбаева ҡатнашты.
Сара Баймаҡ ағинәйҙәр клубы эшмәкәрлегенең төп маҡсаттарының береһен сағылдырған «Ғаилә ҡиммәттәре-йолаларҙа» исемле тамашанан башланды. Ҡоролоштар йөҙ алмашынып, ҡанундар мең яңыртылғанда ла үҙгәрмәй торған ҡиммәттәрҙең береһе-ғаилә ҡиммәттәре. Һәр заман уларға үҙ заңын, үҙ моңон өҫтәй, ләкин асылы боронғоса һаҡлана- тигән хаҡиҡәтте тағы бер тапҡыр иҫбатланы ағинәйҙәр. Райондың иң әүҙем ағинәйҙәренә Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы БР-ҙың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының мәҙәни, социаль һәм рухи үҫеш буйынса «Ағинәй» төбәк йәмәғәт ойошмаһының рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Артабан сара «Алтын тирмә» уйынының финалы ярышы менән дауам итте.Райондың йәштәр ҡоролтайы тарафынан иғлан ителеп йыл дауамында ауылдарҙа уҙған интеллектуаль уйын быйылғы йылдың иң сағыу сараларҙың береһенә әүерелде. Финалда иң күп мәрәйҙәр йыйып Ишмырҙа ауылының «Төйәләҫ» командаһы еңеү яуланы.