Ҡаратал ауылында «Ғүмерем миҙгелдәре» йыйынтығының исем туйы үтте.

Ҡаратал ауылы китапханасыһы Айгөл Мырҙабулатова «Ағинәйҙәр» ҡоро менән берлектә ауылдаштары — урындағы шағирә Фәнилә (Фирүзә) Йәндәүләтова-Сөләймәнованың «Ғүмерем миҙгелдәре» йыйынтығының исем туйын үткәрҙе. Китап 2019 йылда Сибай ҡала типографияһында донъя күргән.

Шиғриәт байрамында Ҡаратал мәктәбе уҡыусылары шағирәнең шиғырҙарын яттан һөйләһә, ағинәйҙәр Фәнилә Йәндәүләтова һүҙҙәренә Рәсимә Динисламова яҙған йырҙы бик матур итеп йырлап ишеттерҙе. Автор үҙе лә шиғырҙарын уҡыны. Нәҫер, хатта хикәйә лә ижад итеүен һөйләне, шиғырҙар уның өсөн тормош ауырлыҡтарында йыуатыусы ла, ҡайһы саҡта илатыусы ла булыуына баҫым яһаны.
Ауылдаштары шағирәне бик тә ҙурланы, уларҙы ҡыуандырып артабан тағы ла бик күп китаптар сығарыуын теләне. Киләсәктә Фәнилә Йәндәүләтованы Р.Түләк исемендәге «Йәнгүҙәй» әҙәби-ижад берекмәһе сафында күрербеҙ, тип ышанабыҙ.