Ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле ир-егеттәр!

Һеҙҙе 23 февраль —  Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!  Беҙҙең башҡорт халҡы элек – электән илдең терәге – ир – егет, ғаилә терәге — атай кеше тип һанаған һәм уларға оло ихтирам, хөрмәт менән ҡараған.  Шуға күрә лә Ир – егеткә  — ил терәге, ғаилә таянысы булыу кеүек  оло,  яуаплы бурыс бирелгән. Ошо бурысты лайыҡлы атҡарыусы барлыҡ ир – егеттәргә рух ныҡлығы, ҙур уңышлыҡтар, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә бәхете, ил тыныслығы теләйбеҙ. Донъялар имен, күнелдәрегеҙ көр, эштәрегеҙ уң булһын!

Ир булғанда – илең һаҡ аҫтында,
Ирҙәр булһа – донъя түңәрәк.
Аҡыллы ир кәңәштәре тейһә,
Ҡатын-ҡыҙҙар була күбәләк!
Маҡтаһындар ирҙәр тапҡырлығын,
Данлаһындар – улар хаҡлылар!
Улар ғына беҙҙең ышанысты
Үҙ эштәре менән аҡлайҙар!
Ҡыҫҡа ғына ғүмер йылдарында,
Ирҙәр менән еңел атларға!
Ҡәҙерҙәрен белеп, ир-аттарҙы
Йәнең кеүек кәрәк һаҡларға.

Изге теләктәр менән Баймаҡ үҙәк китапханаһы коллективы