Әсәйҙәр көнө

Әсәләр көнө уңайынан Баймаҡ үҙәк китапханаһында күркәм байрам сараһы уҙҙы. Бер көнгә китапхананың уҡыу залы йәмле баласаҡ утрауына әүерелде-сараға әле тәпәй ҙә баҫмаған сабыйҙарын ҡосағына алған йәш әсәйҙәр, һәр нәмә менән ҡыҙыҡһынған шуҡ малайҙар һәм ҡыҙҙар, өләсәйҙәр йыйылды. Китапхана хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн дә, әсәйҙәр өсөн дә матур программа әҙерләгәйне- уйын зоналары, иҫтәлекле уйынсыҡтарҙан торған күргәҙмә, фотозона эшләне, әсәйҙәр өсөн Баймаҡ үҙәк дауаханаһының балаларҙы дауалау бүлеге табибы, МФЦ һәм халыҡты эш менән тьәмин итеү хеҙмәте белгестәре, Баймаҡ балалар моделле китапханаһы хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаны, һорауҙарға яуап бирҙе, алдан иғлан ителгән «Әсә булыу бәхет» исемле фотоконкурсҡа йомғаҡ та яһалды. Әйткәндәй, үҙәк китапханала йәш әсәйҙәр менән йышыраҡ осрашыу ниәтенән «Йәш әсәйҙәр» исемле клубҡа ла нигеҙ һалынды. Бында декрет ялында ултырған әсәйҙәр һәм уларҙың балалары өсөн төрлө саралар ойоштороласаҡ. Клубҡа теләге булған һәр кем килә ала. Матур саранан әсәйҙәр ҙә, балалар ҙа ҡәнәғәт булып таралышты.ВСЕ ФОТОГРАФИИ 👉🏻https://vk.com/album-36585846_270232033