1 март-башҡорт ғаиләһе көнө

Башҡорт ғаиләһе көнөнә ҡарата Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында районыбыҙҙың ҡото, йәме булып торған, балаларына лайыҡлы тәрбиә биргән өлгөлө ғаиләләр – Сәкинә һәм Камил Иҫәнғоловтар, Фәрҙиә һәм Миңлеғәле Ғүмәровтар, Дилбәр һәм Хәлил Биктимеровтар менән осрашыу уҙҙы. Саҡырылған ҡунаҡтар бала тәрбиәләү, ғаилә мөнәсәбәттәренә ҡағылған һорауҙарҙы күтәрҙе, тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашты, үҫеп килгән йәш быуынға кәңәш-теләктәрен еткерҙе. Осрашыуҙа балаға үҙ теленә, халҡына, еренә һөйөү ғаиләлә яралыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Фәһемле сарала Урал аръяғы ағросәнәғәт колледжы студенттары һәм уҡытыусылары, күркәм башҡорт ғаиләләре, китап уҡыусылар ҡатнашты. Башҡорт ғаиләһе көнөнә арналған осрашыу музыкаль күстәнәстәр — Дилбәр Хисамиева, Дилбәр һәм Хәлил Биктимеровтар, Айҙар Ғүмәров, Искәндәр Әйүповтың сығыштары менән үрелеп барҙы.