“Оҫтабикә” клубы ағзалары сираттағы ултырышта матур сәскәләрҙән💐, декоратив емеш-еләктәрҙән🍒 сынаяҡ- сувенир эшләргә өйрәнделәр☕. Oҫтабикәләр үҙҙәренең эшен кинәнеп башҡарҙылар, һәр сувенир үҙенсәлекле килеп сыҡты. Был матур декоратив әйберҙе эшләү өсөн ни бары – ижади һәләт, фантазия, сабырлыҡ һәм теләк кенә кәрәк.