logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

 

✍Мин үлмәнем, башҡорттарым!

Һин алыҫта минән, Ватаным!
Тыуған төйәк бигерәк аяулы.
Ҡайтыр инем дә бит, башҡорттар,
Аяҡтарым минең бығаулы!

Ҡарҙар күмә минең юлымды,
Тындарымды ҡыҫа таш йорттар.
Әммә яҙын ирер ул ҡарҙар.
Минме? Юҡ, үлмәнем, башҡорттар.

✍Тыуған илем
Минең тыуған ҡырҙарым,
Балдай татлы һыуҙарым,
Яландарым, урманым,
Күккә ашҡан Уралым, –
Минең изге төйәгем,
Һеҙҙе һөйә йөрәгем.

Күгәреп күккә үрелгән
Ҡарлы башын Уралдың,
Күҙҙең яуын алырҙай
Матурлығын ҡырҙарҙың
Мәңге маҡтар инем мин,
Мәңге данлар инем мин.

Тыуған-үҫкән илемдән
Яҙмышым йыраҡ ташлаһа,
Һеҙҙе һағынып өлгөрәм,
Төшөмдә һеҙҙе гел күрәм,
Минең тыуған ҡырҙарым,
Балдай татлы һыуҙарым,
Яландарым, урманым,
Һөйгән һылыу Уралым.

Тыуған яҡтан ел иҫһә,
Ул миңә хәбәр килтерә,
Тыуған-үҫкән еремдән,
Өҙөлөп һөйгән илемдән, –

Минең тыуған ҡырҙарҙан,
Балдай татлы һыуҙарҙан,
Яландарҙан, урмандан,
Күккә ашҡан Уралдан
Миңә хәбәр килтерә.
С.Юлаев
📌Бөгөн Башҡортостан тарихында мәңге һаҡланған бөйөк, дан һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ мөхәббәт ҡаҙанған шәхестәребеҙҙең береһе, батырлыҡ һәм ил мәнфәғәтенә тоғролоҡ өлгөһө, башҡорт милләтенең рухи ҡаһарманлыҡ символы Салауат Юлаевтың тыуыуына 269 йыл.
Салауат Юлаев 1754 йылда Себер даруғаһының Шайтан-Көҙәй улусы старшинаһы Юлай Аҙналин ғаиләһендә тыуған.
📌Шағир-импровизатор, 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Салауат батыр атаһы Юлай Аҙналин менән бергә 25 йыл ғүмерен тотҡонлоҡта үткәреп, сит ерҙә 46 йәшендә генә вафат була.
📌Был сағыу шәхес тураһында урыҫ тарихсылары һәм яҙыусылары тарафынан документаль һәм художестволы әҫәрҙәр ижад ителә. Башҡорт әҙәбиәтендә лә Салауат Юлаевҡа арналған китаптар күп кенә. Художестволы һәм документаль фильмдар ҙа төшөрөлгән. Салауат исеме менән бәйле иҫтәлекле урындар ҙа күп. Шуларҙың береһе – Ишембай районы Маҡар ауылы янындағы Салауат мәмерйәһе. Унда режиссёр Яков Протазанов “Салауат Юлаев” тигән фильм төшөрә, ул 1941 йылда экрандарға сығарыла. Мәмерйәнең исеме шунан ҡалған.
Милли батырыбыҙ һәйкәле хатта Башҡортостан гербына ла индерелгән. Халҡы йөрәгендә ул мәңге йәшәй.