logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Бөгөн, 20 июнь көнө, арҙаҡлы яҡташыбыҙ, күренекле прозаик һәм драматург, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наил Әсхәт улы Ғәйетбаев үҙенең 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй!

Шағир, яҙыусы, драматург Ғәйетбаев Наил Әсхәт улы 1948 йылдың 20 июнендә Баймаҡ ҡалаһында тыуған. Сибайҙа урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Магнитогорск тау-металлургия институтында уҡый, инженер-механик һөнәрен үҙләштереп эш башлай. Төрлө йылдарҙа Киселёвск ҡалаһының (Кемерово өлкәһе) машиналар төҙөү заводында – мастер, участок етәксеһе, баш механик, аҙаҡ Сибай ҡалаһының баҡыр-көкөрт комбинатында өлкән механик (1976-1978), өлкән инженер (1978-1988) вазифаларын башҡара.
1983 йылда Юғары әҙәбиәт курстарын, 1987 йылда Юғары театр курстарын тамамлай. 1981 йылдан алып СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1992-1997 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары. Был осорҙа «Тамаша» һәм «Рампа» журналдарын ойоштороуға, Өфөлә республика уҡыу-методик үҙәген, Стәрлетамаҡта – филармония һәм бейеү театрын, Сибайҙа – махсус музыка лицейын, «Сулпан» балалар театрын, филармония һәм сәнғәт училищеһын асыуға, йыл һайын йәш драматургтар семинарын (Баймаҡ ял йортонда) һәм «Театр яҙы» фестивалдәрен үткәреүҙә ҙур өлөш индерә. Татарстан республикаһында, Свердловск, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һарытау, Һамар өлкәләрендә, Төркиәлә һәм Мәскәү ҡалаһында үткән Башҡортостан мәҙәниәте көндәрен ойоштороуға күп көсөн һала.
1994-2010 йылдарҙа «Тамаша» журналының баш мөхәррире, 2000-2007 йылда Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы генераль директоры булып эшләй, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзын етәкләй.
1970 йылдарҙа әүҙем ижад итә башлай. Беренсе китабы «Алтын ямғырҙар миҙгеле» 1979 йылда донъя күрә. Әлеге көндә илле пьеса, биш роман, егермеләгән повесть, һикһән хикәйә, утыҙға яҡын китап авторы. Пьесалары Башҡортостан, Татарстан республикаларында, Рәсәйҙә һәм сит ил театрҙарында ҙур уңыш менән бара.
Алтын ямғырҙар миҙгеле («Сезон золотых дождей») Өфө, 1979.
Һары тәҙрәләр (Жёлтые окна).Өфө,1981
Әлфиә. (Альфия).Өфө,1982
Буран (Буран). Өфө,1983
Офоҡҡа ҡаса юлдар (Дороги убегают за горизонт). Өфө, 1985.
Үҙ маҡсатыңды тап (Найди свою цель). Уфа, 1987.
Төнгө тәҙрәләге ут. (Светят окна в ночи). Өфө, 1988.
Ҡара ҡумта. (Чёрный ящик). Өфө, 1990.
Мәйеттәр нимә һөйләй. (О чём говорят трупы). Сибай, 1992.
Ҡапҡан (Капкан). Өфө, 1993.
Уҙыш (Гонка). Өфө, 1994.
Ыстағафирулла (О, ужас). Өфө, 1996.
Пьеса нисек яҙыла. (Как написать пьесу). Өфө, 1997.
Сит планета ҡыҙы. (Инопланетянка). Өфө, 1998.
Һуңғы алыш. (Последняя игра). Өфө, 1999.
Ауылға ҡыҙҙар килде. (Приехали девушки в село). Өфа, 2001.
Дороги обрываются на берегу. Өфө, 2003.
Йыһан ҡыҙы. (Девушка из космоса). Өфө, 2004.
Аҡ төндәр. (Белые ночи). Өфө, 2008.
Бәхет сере. (Секрет счастья). Сибай, 2010.
Комедиялар. (Комедии).Казань, 2012.
Аҡ күгәрсен. (Белый голубь) .Өфө, 2012.
Һайланма әҫәрҙәр. Т.1. Тарихи пьесалар. (Избранные произведения. Т.1.Исторические пьесы). Өфө, 2015.
Бабич. // Ағиҙел.-2018.-№ 7,№8
Йән. Сибай. 2023.
Хөрмәтле Наил Әсхәт улы, барлыҡ Баймаҡ китапханасылары исеменән һеҙҙе юбилейығыҙ менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һеҙгә имәндәй ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, киләсәктә лә йәш күңелле, олпат фиғелле, айҡап сыҡҡыһыҙ тәрән фекерле һәм, һәр ваҡыттағыса, уҡымлы автор булып ҡалыуығыҙҙы теләйбеҙ!