Азамат Тажетдиновтың хәтер һәм ҡәҙер кисәһе уҙҙы
Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе һәм яҙыусы Азамат Тажетдиновтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтте. Арҙаҡлы шәхес хөрмәтенә ул белем алған мәктәптә таҡтаташ асылды, мәктәп уҡыусылары араһында милли көрәш буйынса турнир ойошторолдо. Сарала Азамат Тажетдиновтың балалары Нур, Илшат, Гөлнара һәм Наил Тажетдиновтар, бала саҡ дуҫы Зәйнетдин Ғәлин, ҡәләмдәше Салауат Мөхәмәтшин, бер туған ҡустыһы Сәфәрғәле Тажетдинов һәм башҡалар үҙ иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Икенсе Этҡол мәктәбе уҡыусылары, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм ауылдың дәртле ағинәйҙәре концерт ҡуйҙы.
“Башҡортостан” газетаһынан