logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Биляловская сельская библиотека

Ағас һауыт ҡулланаһығыҙмы? Билалдар ҡуллана!

…Донъяла ете мөғжизә бар, тиҙәр. Әгәр ҙә ғәҙәти булмаған, берәй ғәжәйеп нәмә килеп сыҡһа: “Был донъяның һигеҙенсе мөғжизәһе”,-тип әйтәләр. Ағастан эшләнгән әйберҙәр һәр ваҡыт һоҡланыу тыуҙыра. Семәрле һауыт-һабаларға һоҡланыуыбыҙҙы белдереп, уны һигеҙенсе мөғжизәгә тиңләнек.

Билал ауыл китапханаһында үткән “Семәрле һауыт өй биҙәге” исемле сарала ағас һауыттарҙан күргәҙмә ҡуйылды. Ниндәй генә әйберҙәр юҡ унда! Ағас ҡалаҡ, тоҙ, шәкәр, ҡымыҙ, бал һауыттары, ижау, шкатулка һәм башҡалар. Ағас һауыт ҡулланған кешеләр бар икән дә! Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре алып килгән ағас һауыттарының тарихын да бәйән итте. Баҡтиһәң, ағас һауытҡа һалынған тоҙ һыуланмай, бал үҙ сифатын юғалтмай, ағас һауытҡа ҡойоп эсһәң ҡымыҙ тағы ла тәмлерәк була. Нәсимә апай Хөсәйенова күргәҙмәгә ағастан эшләнгән элгес кеүек әйбер алып килгән (фотола). Уның әйтеүенсә, фәрештә тап ошо ағасҡа ҡуна. Гөлдәр апай Әлибаева ағас һауыттарҙан тыш ағас тараҡ та алып килгән. Ул тараҡ менән тараһаң баш ауыртыуы кәмей, сәстең үҫеүе өсөн дә файҙалы. Йәмилә апай Ғилмановаға тормош иптәше Нәжип ағай мәрхүмдең бүләк иткән шкатулкаһы ҡәҙерле. Ул үҙенә күрә тарих һаҡлай. Шкатулканы ағастан ҡәйнеше Фәрит ағай эшләгән. Миңһылыу апай Әхмәҙина ағас көбөһөн әле ла яратып ҡуллана. Ағастан эшләнгән орсоҡтар менән йөн иләүселәр ҙә, ағас һауыттарҙа икмәк һаҡлаусылар, ағас ҡалаҡ менән аш тәмле була тип ҡулланыусылар ҙа булды беҙҙең арала. Тимәк, ағас һауыттар өй йәме генә түгел, яратып ҡулланған көндәлек әйбер ҙә. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, борон башҡорттар аш-һыу, көнкүрештә башлыса ағас һауыттар ғына ҡулланғандар. Һауыттарҙы, ғәҙәттә, оҫталар ҡайын, йүкә, ҡарағастан эшләгәндәр. Улар һәр төрлө һәм бихисап булған.
Шулай уҡ ағастан тәҙрә яҡтары, һауыт-һаба, һандыҡ, тәпән, иләүес, ижау, көбөсәк, кәштә, арба, сбруй, туҙ һауыттар, ағас мискә, ҡымыҙ бешеү өсөн сапсаҡ, ағас күнәк, икмәк күнәге эшләгәндәр. Башҡорт әҙәбиәтендә ағас һауыттар тураһында күп мәғлүмәт табырға мөмкин. Китаптар китапханала етәрлек. Ағас һауыттарығыҙҙы барлағыҙ әле, беҙ барлау ғына түгел, яратып ҡулланабыҙ.