logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Ҡаҡ — башҡорт халҡының татлы ризығы

Башҡорттарҙа ҡаҡ ҡойоу киң таралған һәм бөгөнгә тиклем һаҡланып килә.
Иҙеп, йоҡа итеп йәйеп киптерелгән емеш-еләкте иһә ҡаҡ тип кенә атайҙар. Бөгөн ҡаҡ ҡойоусылар аҙ, ә башҡорттар элгәре ҡайнатма эшләмәгән заманда уҡ ҡаҡты алма, ҡайын еләге, ҡарағат, ҡурай еләге, балан һәм башҡа емештәрҙән ҡойған. Улар тәмле лә, файҙалы ла, етмәһә оҙаҡ ваҡыт һаҡлана. Шифалы, витаминдарға бай емеш-еләктән эшләнгән ҡаҡтың файҙалы үҙенсәлектәре бихисап. Уның иммунитетты, нервыларҙы нығытыу, холестеринды кәметеү, хәтерҙе яҡшыртыу, тештәрҙе ағартыу кеүек һәм башҡа күп төрлө файҙалы яҡтары күп.
Ҡаҡ ҡойоу ысулдары
Емеш-еләкте быҡтырып, һөҙөп, иләк аша үткәреп, майланған таҡтаға йоҡа ғына итеп йәйеп ҡуялар ҙа саф һауала киптерәләр. Бер нисә көн яҡшы елләтелгән урында йәки йылы мейестә киптерәләр (йәки ҡаҡлайҙар).
Шулай уҡ еләкте быҡтырмай иҙеп, ҡаҡ ҡойоу ҙа ҡулланыла.
Әҙер ҡаҡты төрәләр һәм сәй табынына ҡуялар. Ҡаҡ шулай уҡ тәм биреү өсөн сәйгә һалалар, туй сәк-сәген биҙәйҙәр. Ураҙа ваҡытында ҡайһы ваҡыт ҡаҡ менән ауыҙ асалар.
Беҙҙең Ишмырҙа ауылында ла ҡаҡ ҡойоусылар бихисап. Шуларҙың береһе уңған хужабикә, ҡатын – ҡыҙҙар рәйесе Султанғолова Зөлфиә Тимербулат ҡыҙы. Ҡаҡ ҡойоуҙың нескәлектәре менән беҙҙе таныштырып үтте.