logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

«Ағинәйҙәре» ойошмаһы

Бөгөн Баймаҡ районы «Ағинәйҙәре» ойошмаһы (етәксеһе Гүзәл Монасипова) ағзаларының сираттағы ултырышы үтте. Унда мобилизацияланған ир-егеттәрҙе халҡыбыҙҙың йолаларына, ғөрөф ғәҙәттәренә ярашлы оҙатыуҙа ағинәйҙәрҙең ҡатнашлығы, инәйҙәр һүҙе мөһимлеге, йолаларҙы дөрөҫ үтәү мәсьәләләре ҡаралды. Бетеү эшләү, икмәк тешләтеү, һөт эсереү йолалары өйрәнелде. Сара барышында Һәмән ауылы ағинәйе Фәриҙә Аҡсарина сабый балаларҙы яман күҙҙәрҙән һаҡлау, өс йәндән имләү кеүек дауалау алымдарының серҙәре менән дә уртаҡлашты. Шулай уҡ Иҫке Сибай ауылы ағинәйе Илүзә Йосопова Бөрйән ырыуы ҡатын- ҡыҙҙарының ҡашмауын әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Ултырыштың йомғаҡлау өлөшөндә район ағинәйҙәре артабанғы эшкә йүнәлештәр, бурыстар билдәләне.