Аҡмулла ижады буйынса һүҙлек эше
Таңдан донъям аҡ, йәнемә моң тула,
Төшөмә инде бөгөн Аҡмулла.
Рауил Бикбаев.
Бәрәкәтле Баймаҡ ерендә ниндәй генә тарихи ваҡиғалар булмаған да, ҡайһы ғына шәхестең һуҡмағы һалынмаған. Минең һүҙем үҙе аҡ, һүҙе хаҡ мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тураһында. Сөнки туған халҡын ғилемгә, яҡтыға әйҙәгән яҡты рухлы шәхестең әйтер һүҙҙәре бөгөнгө көндә лә бик актуаль. Икенсенән, уның ижадында ваҡыт үтеү менән онотола барған, аралашыу даирәләренән төшөп ҡалған боронғо һүҙҙәр бик күп осрай. Мин ошо “йәнле ынйыларҙы” өйрәнеп, уларҙың мәғәнәләренә төшөнөүҙе һәм замандаштарыма еткереүҙе үҙемдең маҡсатым итеп алдым.
“Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла – башҡорт халҡының данлыҡлы мәғрифәтсе шағиры, уҡытыусы һәм алдынғы фекер эйәһе, ХlХ быуат башҡорт әҙәбиәтенең иң күренекле һәм яҡты талантлы эшмәкәрҙәренең береһе.
Мифтахетдин Аҡмулла 1831 йылдың 14 (26) декабрендә Башҡортостандың элекке Бәләбәй өйәҙе, 12-се башҡорт кантоны, Күл иле Мең улусының Туҡһанбай тигән башҡорт ауылында тыуған.
Буласаҡ шағир башланғыс белемде иң элек үҙенең тыуған ауылында, шунан күршеләге Йылболаҡтамаҡ ауылында Лоҡман исемле башҡорт муллаһының мәҙрәсәһендә ала. Мәнәүезтамаҡта Ғабдрахман хәҙрәттә һәм Әнәс мәҙрәсәһендә Әхмәтша хәҙрәттә уҡый, бер аҙ ваҡыт Стәрлебаш мәҙрәсәһендә белем ала. Бынан һуң Ырымбур яҡтарына сығып китә. Артабан уның юлы Башҡортостандың Урал аръяғы, Яйыҡ башы һәм Мейәс буйы башҡорт ауылдары буйлап үтә. Әйткәндәй, был гүзәл төбәк Мифтахетдиндың тормошона һәм яҙмышына артабан да тығыҙ бәйләнә. Өлкән йәшкә еткәс тә, ул хәҙерге Учалы, Баймаҡ районы ауылдарында, Мейәс ҡалаһында бик йыш була. Йыйындарҙа, мәжлестәрҙә ҡатнашып, сәсәндәр менән сәсәнлектә ярышып, үҙенең шиғри гәүһәрҙәрен халыҡ күңеленә таратып, ил өҫтөнә нур һәм моң һибеп йөрөй. Шуның өсөн дә был яҡтарҙа һәм, ғөмүмән, Урал аръяғында Аҡмулланың яҡты исемен дә, уның аҫыл шиғыр һәм мөнәжәттәрен дә башҡорт ҡарттары бик яҡшы хәтерләй. Бына, мәҫәлән, бөйөк әҙиптең ижадында айырыуса мөһим урын тотҡан “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” исемле шиғри хитабы тәү башлап 1931 йылда Ҡорған өлкәһенең ул саҡтағы Ялан-Ҡатай районында табылған булһа, икенсе тапҡыр 1965 йылда Учалы районы Аҙнаш ауылында Дәүләтша Мөхәммәтшин олатайҙан яҙып алынған. Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла райондарында ла шағир ижадын яттан белгәне ҡарттар элек-электән күп булған”, – тиелә 2016 йылда “Китап” нәшриәтендә башҡорт һәм рус телдәрендә донъя күргән “Аҡмулла” исемле китап-альбомға ингән “Башҡорт шиғриәтенең яҡты йондоҙо” исемле мәҡәләлә [1].
Яҡташ крайҙы өйрәнеүсе, педагог, журналист, яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Азамат Тажетдинов “Беҙ – байымдар” исемле йыйынтығындағы “Аҡмулла – Байымда” тигән мәҡәләһенә күҙ йүгертәйек.
“1920 йылдарҙа Байым ауылында мөғәллим булған мәғрифәтсе, аҡһаҡал Әхмәтғәзе Хаммат улы Байымовтың (1876 – 1964) көндәлегенән:“1892 йылда Аҡмулла Байым ауылында бер ҡышты үткәрҙе. Балалар уҡытты, китаптар яҙҙы. Үҙе бик оҫта ине: ауыл халҡына һоҫҡо, самауыр, башҡа көнкүреш кәрәк-яраҡтарын төҙәтеп көн күрҙе. Балта оҫтаһы ла ине. Ҡайһы берәүҙәргә ҡаҙауһыҙ – ниһеҙ өҫтәл, ултырғыстар эшләп бирҙе. Уның бөтә эш ҡоралдары, китаптары кескәй ҡул арбаһында булды. Аҡмулла олатай үҙенең бик күп шиғырҙарын миңә уҡый торғайны. Мин уны һәр саҡ йотлоғоп тыңлай инем. Кис етеү менән һәр көн ауыл халҡы сиратлап минең атай Хамматты, Заһретдин ағайҙы (Аҡмулланың шәкерттәше) аш мәжлесенә саҡыра торғайны. Ауыл халҡы уға һәр саҡ ҡәҙер һәм хөрмәт күрһәтте. Улар булған һәр аш мәжлесе бик күңелле үткән. Аҡмулла үҙенең шиғырҙарын, мөнәжәттәрен һөйләгән. Уның ижады өгөт-нәсихәттән ғибәрәт ине. Ул һәр саҡ халыҡтың наҙанлығын тәнҡитләп, аң-белемгә өндәне.
“Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк,
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк”, –
тигән юлдарҙы йыш ҡабатлай ине. Уның өгөттәре миңә артабан үҙ аллы уҡырға, белем алырға ынтылыш бирһә, артабан балалар уҡытырға сәбәпсе булды. Көндәр йылыныу менән Аҡмулла, атын егеп, бөтә китап, эш ҡорамалдарын тейәп, ҡаҙаҡ далаларына сығып китте…»
Ни өсөн Аҡмулла (ред.)