Һалдаттарға-йөрәк сәләме
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир–егеттәребеҙгә изге теләктәрен еткереү ниәте менән Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһының уҡыу залына ҡалабыҙҙың күркәм ҡатын-ҡыҙҙары йыйылды. Улар, “Йөрәк сәләме” патриотик акцияһына ҡушылып, күңел һәм йөрәк йылыһын ҡушып яугирҙәргә хаттар яҙҙы. Был өсмөйөш хаттар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы бөркөт ир-егеттәребеҙгә ҡыуаныс, дәрт-дарман өҫтәр, имен-аман әйләнеп ҡайтырға көс бирер, тип ышанабыҙ. Хаттар байрамдан һуң оҙатыласаҡ гуманитар ылау менән ебәреләсәк.