logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Алсынбаев Нияз Зәбих улы

БР Яҙыусылар союзы, Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Алсынбаев Нияз Зәбих улы 1963 йылда Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылында тыуған. Баймаҡ интернат-мәктәбендә уҡый. БДПИ-ны тамамлағас, Һаҡмар, Ниғәмәт ауыл мәктәптәрендә уҡытыусы, “Осҡон” Әбйәлил районы гәзите корреспонденты булып эшләй. “Башҡортостан” дәүләт телерадикомпанияһы хеҙмәткәре була, «Юлдаш» музыкаль-мәғлүмәти канал менән етәкселек итә. Шулай уҡ «Майҙан», «Даира» йәмәғәт-сәйәси программалары, «Кесерткән» радиофельетондар циклы алып барыусыһы булараҡ билдәле. 2013 йылда «Евразия тауышы» Бөтә Рәсәй конкурсында төп призды яулай (теле-радио компаниялар араһында «Радиола иң яҡшы алып барыусы» номинацияһы). Бөгөн яҡташыбыҙ – “Ватандаш” республика баҫмаһында бүлек мөхәррире. Әҙәби ижад менән 90-сы йылдарҙа шөғөлләнә башлай. Тәүге хикәйәләре республика гәзиттәре һәм журналдары биттәрендә донъя күрә. Китаптары – “Серле мосафир” (2008), “Эйәрҙә ҡалған егет” (2009), “Изге бүре балалары” (2013) һ.б. Прозаик Нияз Алсынбаевтың әҫәрҙәре рсепублика гәзит-журналдары биттәрендә даими донъя күрә.

Мажаралы юл (юмореска)

Бер көн тыуған ауылыма ҡарай сәфәр сыҡтым. Кеше машинаһында, йәғни такси менән. Нух заманынан тороп ҡалған был техника мөғжизәһенә социаль селтәрҙәге “Юлаусы” сайтында юлыҡҡайным: “Өфө – Баймаҡ! Такси! Иномарка! Тиҙ һәм сифатлы! 800 һум! Руслан! Тот та шылтырат!” Шулай тигәс ней, мин оҙаҡ уйлап торманым: тоттом да шылтыраттым. Үҙәк баҙар янына кил, тей был, тиҙҙән ҡуҙғалып китәбеҙ, тей. Килдем. Сәләм алыу ….

Дауамы http://baimaklib.ru/%d3%99-%d0%ba%d1%83%d0%bb%d1%8b%d2%a3%d0%b4%d0%b0-%d1%81%d0%b8%d0%bd%d0%b5%d2%a3-%d1%81%d0%b8%d1%80%d0%b5%d0%bd%d1%8c-%d0%b8%d0%b4%d0%b5-1-19-2/