logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Асыҡ ишектәр көнө

27 май-Бөтә Рәсәй китапханалар көнө айҡанлы Баймаҡ үҙәк китапханаһында “Асыҡ ишектәр көнө” үтте.  Китапханасылар саф һауала китап һөйөүсе дуҫтары, китапхана селтәре ветерандары, китап авторҙары һәм баймаҡтар өсөн ысын байрам ойошторҙо. Улар өсөн һәр төрлө күргәҙмәләр, уйындар ойошторолдо, кескәйҙәрҙе китап геройҙары -Буратино менән Мальвина китапхана донъяһына сәйәхәткә саҡырҙы. Балалар асфальтта һүрәт төшөрҙө, өҫтәл уйындарында үҙҙәрен һынап ҡараны, флешмобта ҡатнашты, теләгәндәр  А.С.Пушкин әкиәттәренән йәнһүрәт тә ҡарай алды. Үтеп барыусыларға китапханасылар буклеттар таратты, яратҡан шиғырҙарын яттан һөйләргә саҡырҙы. Күптәрҙе китапхана фондында һаҡланған уникаль китаптарҙан торған күргәҙмә ҡыҙыҡһындырҙы. Ҡаланың “Башҡорт китабы” магазины ойошторған һатыу нөктәһенән дә кеше өҙөлмәне. Үҙ ҡулдары менән башҡорт уйынсыҡтары тегеүсе оҫтабикә Зөһрә Лоҡманованың эштәре лә һоҡландырмай ҡалманы. Шулай уҡ Баймаҡ үҙәк дауахана табибы ҡатнашлығында “Артериаль баҫымыңды үлсә”акцияһы ла ойошторолдо.  Танылған авторҙар Борис Хәйретдинов, Константин Лапин, Дмитрий Фадеев һәм яңы яҙыша башлаусы автор Алексей Бережнойҙың үҙ ижад емештәрен уҡып ишеттереүе сараның йәме булды. Сара һуңында китапхана эше ветерандары командаларға бүленеп “Әлләсе” уйынында ҡатнашты, һуңынан сәй табыны янында хәтирәләргә бирелде. Сара дауамында фотозона янынан да кеше өҙөлмәне.