Ауыл тарихын яҙам
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында крайҙы өйрәнеүселәр, Баймаҡ районы ауылдары тарихына арналған китап авторҙары ҡатнашлығында “Ауыл тарихын яҙам” тип аталған түңәрәк өҫтәл үтте. Ул Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы һәм Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы иғлан иткән крайҙы өйрәнеү аҙналығы сиктәрендә ойошторолдо. Уның барышында Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәтенең мәҙәниәт буйынса бүлек етәксеһе Гөлназ Йыһаншина ҡатнашты. Авторҙарҙы фойела ауыл тарихын яҙған авторҙарҙың китаптары күргәҙмәһе ҡаршы алды.
Сараның маҡсаты иғлан ителгәс, Бөтә Рәсәй, республика йыр һәм ҡурай бәйгеләре лауреаты Рәил Хәсәнов башҡарыуында ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйө “Урал” яңғыраны. Рәил Сәфәрғәле улы күкрәк тауышы менән халҡыбыҙҙың мәшһүр йырын йырлап та ишеттерҙе. Сарала ҡатнашыусы тыуған төйәгебеҙҙең тарихына битараф булмаған яҡташтарыбыҙ аяғүрә баҫып тыңланы.
Һәр кемдең күңелендә тыуған ауылы, тәпәй баҫҡан ере, урман-тауҙары, болондары, йылға-күлдәре мәңге һаҡланып ҡала. Сит ерҙәр ниндәй генә матур булмаһын, үҙеңдең тыуып үҫкән ерең барыһынан да хозурыраҡ, йөрәккә яҡыныраҡ, шуға ла ул, ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, гел үҙенә тартып, һағындырып, саҡырып тора. Ә тыуған ауылыңдың кешеләре ситтә йөрөгәндә осраһа, бер туған кеүек ҡабул ителә. Был тыуған яҡтың тартыу көсөнөң тәьҫире ул. Тағы ла ерең, һыуың, илең өсөн оло яуаплылыҡ тойғоһо бар. Тап ошо көстәр беҙҙе тыуған еребеҙҙең тарихын өйрәнергә, түкмәй-сәсмәй киләһе быуындарға еткереү өсөн уны аҡҡа төшөрөп, мәңгеләштерергә этәрә лә инде. Ә мәңгеләштереүҙең иң ҡатмарлы, әммә иң эффектив ысулы ул – китап. Китапҡа ингәнде юйып та, яндырып та булмай. Ул – мәңгелек.
Баймаҡ районында 90 ауыл иҫәпләнә. Һәр ауылдың барлыҡҡа килеү һәм исеменең килеп сығыу тарихы бар. Ҡайһылары хатта бер нисә исемле. Күп ауылдар ниндәйҙер тарихи ваҡиғалар менән бәйле. Һәр береһенән тиерлек төрлө өлкәлә танылыу алған билдәле шәхестәр сыҡҡан. Ошо мәғлүмәттәрҙе туплағанда ла, әллә нисә китап сығарырға була. Ә инде һәр ырыуҙың, араның шәжәрәләрен дә индерһәң инде… Ҡыҫҡаһы, был бик тә тынғыһыҙ һәм сикһеҙ хеҙмәт ул. Берәүҙәр эште нимәнән башларға белмәй аптырана. Кемдәрҙер башлап та, осона сығарып еткерә алмай, туҡтап ҡала. Ниңә тотонған көнгә төшкән хәлдә лә, өҙмәй ҙә ҡуймай осона сығарғандар – беҙҙең арала йөрөгән билдәһеҙ геройҙар кеүек тойолһалар ҙа, ысын мәғәнәһендә йәнтөйәге өсөн файҙалы эштәр башҡарған оло йөрәкле ҡаһармандар ул. Түңәрәк өҫтәлгә тап шундай йөрәгендә халҡы, иле өсөн оло яуаплылыҡ тойғоһо йөрөткән яҡташтарыбыҙ йыйылды да инде.
Ауылдарҙың тарихын һәм бөгөнгөһөн өйрәнеү – тәрән иғтибар һәм фиҙаҡәрлек талап иткән хеҙмәт ул. Тәүге тапҡыр башҡорт ауылдарын яҡташ ғалим, профессор Әнүәр Әсфәндиәров өйрәнеп, киләсәктә тулыландырыу өсөн оло башланғысҡа ныҡлы нигеҙ һалған. Хәҙер ауылдар тарихын өйрәнеү башлыса Әнүәр Зәкир улының хеҙмәттәрен өйрәнеүҙән башлана һәм уның хеҙмәте нигеҙ итеп алына.
Тарихты үҙгәртеп булмай, барыһы ла әйтелгән кеүек, әммә хәҙерге замандаштарыбыҙҙың барыбер ҙә киләсәккә әйтер һүҙе бар. Улар тарихи китап булып донъяға килә. Әммә китапты яҙыу өсөн ниндәйҙер этәргес көс тә кәрәк бит әле. Кемдәр эште нисек, нимәнән башлаған, мәғлүмәттәрҙе ҡайҙан алған, кемдәр ярҙам иткән, шулай уҡ, әҙәм хафаһыҙ, китап хатаһыҙ булмай, тигәндәй, был китаптарҙа ниндәй дөйөм хаталар ҡабатлана, уларҙы булдырмау өсөн нимә эшләргә кәрәк –авторҙар менән һөйләшеү башлыса шул юҫыҡта барҙы.
Китапхана директоры Зилә Мортазинаның сәләмләүенән һуң публицист, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, Мерәҫ ауылының Почетлы гражданы, крайҙы өйрәнеүсе, Б.Вәлид исемендәге премия лауреаты Ирек Ниғәмәт улы Бикмәтовҡа һүҙ бирелде. 24 йыллыҡ эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһендә ул 1625 йылдан бөгөнгәсә дәүерҙе үҙ эсенә алған Бикмәтовтар шәжәрәһен төҙөп, был шәжәрә 2009 йылда республика конкурсында беренсе урынға лайыҡ булған. Ул саҡтағы мәғлүмәттәр буйынса шәжәрәлә 14 быуында 3 меңдән ашыу кеше иҫәпләнгән. Артабан ул тарихсы ғалим Фуат Сөләймәнов, крайҙы өйрәнеүсе Рамаҙан Үтәғолов менән авторлыҡта “Мерәҫ ауылы тарихы”, шулай уҡ күмәк авторлыҡта “Ниғәмәт ауыл биләмәһе тарихы” китаптарын яҙа. Шулай итеп, шәжәрәне өйрәнеүҙән башланған хеҙмәт киңерәк масштаб ала – ауылдар тарихын өйрәнеүгә илтә. Ирек Ниғәмәт улы ауыл тарихын яңғыҙ яҙыуға ҡарағанда күмәк авторлыҡтың өҫтөнлөктәре хаҡында сығыш яһаны. Артабан “Ниғәмәт ауыл биләмәһе тарихы” китаптары авторҙары – Башҡортостандың атҡаҙанғән мәҙәниәт хеҙмәткәре, Б.Вәлид исемендәге премия лауреаты, Баймаҡ районы ауылдары Борис Хәйретдинов, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙаған уҡытыусыһы Рәйсә Иҫәнбаева, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү почётлы хеҙмәткәре Таңһылыу Вәлиева, Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү почетлы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының журналистар берлектәре ағзаһы, Сибай ҡалаһының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Сафа Вафа улы Ишмөхәмәтов – нисек авторҙаш булып китеүҙәре, үҙҙәре ниндәй өлкәне яҡтыртыуы хаҡында сығыш яһаны.
Түңәрәк өҫтәлдә билдәле тарихсы ғалим, тарих фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технология университеты Сибай институты (филиалы) доценты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Фуат Сөләймәнов та ҡатнашырға тейеш ине, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, килеп сыҡманы. Шулай ҙа ул беҙгә сәләмен аудио форматында еткерҙе. Әйткәндәй, Фуат Мырҙағәли улы республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш төбәгенең тарихын өйрәнеүгә тос өлөш индергән ғалим. Районыбыҙҙың Баймаҡ, Фәйзулла, Ҡолсора, Назар, Бәхтигәрәй (Әпек), Мерәҫ, Ишбирҙе ауылдары тарихтарына мөһим дөрөҫлөк индергән, Иҫке Сибай ауылының тарихын төптән өйрәнгән һәм уға нигеҙ һалған Атайсалдың тарихта билдәле реаль кеше, Бөрйән ырыуынан сыҡҡан кенәз булыуын асыҡлаған. Бынан тыш 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан геройҙарыбыҙҙың биографияларын, мәғрифәтсе Шаһишәриф Мәтинов, ғалим Зәбихулла Исҡужин һәм башҡа билдәле шәхестәрҙе тәрәндән өйрәнеүгә күп көс һала. Шулай уҡ крайыбыҙ тарихында тәүгеләрҙән булып Мөжәүир хәҙрәт Сиражетдиновтың шәжәрәһен ентекле өйрәнә. 2014 йылда Фуат Мырҙәғәли улы Сөләймәнов “Шәжәрә-2014” республика конкурсында еңеүсе була. Был ғилми хеҙмәттәре гәзит-журналдар биттәрендә донъя күрә. Сарала ҡатнашыусылар Фуат Мырҙағәле улының ауыл тарихын яҙыуҙы нимәнән башларға, ниндәй дөйөм хаталар китеүе хаҡындағы аудиояҙмаһын тыңланы.
Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү почетлы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының журналистар берлектәре ағзаһы, Сибай ҡалаһының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе, “Ниғәмәт ауыл биләмәһе тарихы” йыйынтығының икенсе китабының авторҙашы Сафа Вафа улы Ишмөхәмәтов ауылдар тарихын яҙыу ниндәй алгоритмда башҡарылырға тейешлеге хаҡында бәйән итте.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Әмир Зәкир улы “Тарих һәм кеше яҙмышы солғанышында Иһән ауылы” китабы менән тәрән тарихлы Иһән ауылына һәйкәл һалды. Иһән ауылының абруйлы аҡһаҡалы, С.Юлаев ордены кавалеры, “Сафия” мәсетенең рәйес имам-хатибы Миңдеғәли Йәрмөхәмәтов та был китапты сығарыуға ҙур ярҙам күрһәтте. Бөгөнгө кисәлә ул Иһән ауылының тарихи үҫешенә, арҙаҡлы шәхестәренә арналған бик бай йөкмәткеле йыйынтыҡты нисек Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә баҫтырыуҙары, күпме ваҡыт, күпме сығымдар китеүе хаҡында һөйләне.
Баш ҡаланан алыҫ юлды яҡын итеп килгән хөрмәтле ҡунағыбыҙ – яҙыусы, шағир һәм журналист, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар һәм Журналистар берлектәре ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, С.Юлаев исемендәге орден кавалеры Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай ошо һөйләшеүҙе киләсәк өсөн ҙур эш башҡарыу тип баһаланы. Беҙҙең менталитеттың “цементы”, йәғни нигеҙе туғанлыҡ булыуына баҫым яһап, ауылдар тарихын яҙыу, унда шәжәрәләрҙе индереүҙе ошо цементты нығытыуға һалған көс тигән фекер еткерҙе, ошо эште башҡарғандарҙың хеҙмәтенә мәҙхиә һүҙҙәрен еткерҙе.
Түңәрәк өҫтәлдең фекер алышыуҙар өлөшөндә һәр автор үҙҙәре яҙған китаптары менән таныштырып, уның яҙылыу тарихын бәйән итте, күптәре китапханаға йыйынтыҡтарын бүләк итте.
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы янында эшләүсе Тыуған яҡты өйрәнеүселәр клубының етәксеһе – Темәс тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире, “Төнъяҡ амурҙары” хәрби-тарихи клубының тарихсы реконструкторы Айҙар Рәис улы Мәжитов ошондай сараның бик тә кәрәкле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, үҙе лә “Өмөтбай йәдкәре” исемле китапты тамамлауы хаҡында һөйләне, йыйындар ҡатнашыусыларҙы берҙәм булырға саҡырҙы.
Тыуған төйәгебеҙҙең тарихына битараф булмаған крайҙы өйрәнеүселәрҙең энә менән ҡойо ҡаҙғандай фиҙаҡәр хеҙмәте сауаплы булһын, киләсәк быуын уларҙың исемдәрен йөрәгендә йөрөтһөн, эштәре һәр ваҡыт уң һәм ыңғай булһын!