logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назарға – 80 йәш.

Күренекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Назаров Хәсән Мөҙәрис улы 1942 йылдың 15 ғинуарында Ейәнсура районы Таулыҡай ауылында тыуа. Ҡужанаҡ ете йыллыҡ мәктәбендә, Бөрө кооператив училищеһында уҡый. Хәрби бурысын үтәгәндән һуң “Таң” Бөрйән район гәзитендә эшләй. Ҡулынан ҡәләмен төшөрмәгән егеттең ижади күңеле Өфөгә тартыла һәм ул 1967 йылда баш ҡаланы яуларға килә. Бында буласаҡ халыҡ шағиры төрлө йылдарҙа республика баҫмаларында уңышлы эшләй, ситтән тороп Мәскәүҙәге М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай. 1995-2001 йылдарҙа “Ағиҙел” журналының шиғриәт һәм сәнғәт бүлеген етәкләй, 2007 йылға тиклем “Башҡортостан” гәзитенең әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегендә эшләй.
Хәсән Назар ижадҡа үҫмер осоронда килә. Тәүге китабы – “Бөркөттәр төйәге” исемле йыйынтығы Өфөгә килгәс, 1971 йылда донъя күрә. “Шоңҡар сөйәм”, “Заман заңы”, “Асманға ашыу”, “Ғүмер һәм дәүер” кеүек һәм башҡа китаптарын әҙәбиәт һөйөүселәр йылы ҡабул итә. 2017 йылда баҫылған “Һайланма әҫәрҙәр”ендә әҙиптең 1960-2016 йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары, поэмалары тупланған.
Хәсән Назар – бөгөнгө башҡорт шиғриәтенең кимәлен билдәләгән шағирҙарҙың береһе. Уның тураһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми “Хәсән Назар – кешеләрҙе шиғырлы итер өсөн, тимәк, иманлы итер өсөн килгәндәрҙең береһе”, – тип яҙа. Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты, “Ал да нур сәс халҡыңа” исемле миҙал менән наградланыусы Хәсән Назар үҙенең 80 йәшлек олпат юбилейын билдәләй. Башҡорт шиғриәтенең сағыу шәхесенә ныҡлы сәләмәтлек, сихри ҡурай моңондай оҙон ғүмер, илһам шишмәләренең урғылып тороуын теләйбеҙ.