Бөгөн – Халыҡ-ара туған телдәр көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара туған телдәр көнө. Шул уңайҙан Баймаҡ балалар модель китапханаһында “Үҙ телемдә һөйләшәм” исемле сара үтте. Сарала лицейҙың 5 класс уҡыусылары, етәкселәре башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Яҡшыбаева Гөлгөнә Исмәғил ҡыҙы, китапханасы, шағирә Иҙелбаева Айгөл Рамаҙан ҡыҙы ҡатнаштылар. Туған телде һөйөүгә, данлауға, һаҡлауға арналған сара уйын формаһында барҙы. Бишенселәр ике командаға бүленеп халыҡ ижадына, тарихҡа, әҙәбиәткә ҡағылышлы һорауҙарға яуап эҙләнеләр. Китапханасы Иҙелбаева А.Р. уҡыусыларҙы Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапхана үткәргән “Уралымда ҡалыр моңдарым”, “Мы о войне стихами говорим” шиғыр бәйгеләре менән таныштырҙы, “Игебай мәктәбе” ижад клубына ҡатнашырға саҡырҙы. Сара аҙағында барыһы ла флешмобта ҡатнашып, Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын уҡынылар.