logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Бөгөн популяр яҙыусы

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Яҙыусылар союзы ағзаһы, талантлы яҡташыбыҙ Ҙөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның тыуған көнө. Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы – тормошсан, популяр хикәйәләр, повестар авторы. Күптән түгел уның “Икебеҙ өсөн дә яраттым” исемле сираттағы өр-яңы китабы донъя күрҙе. Уның хикәйәләре көнүҙәк мәсьәләләрҙе, проблемаларҙы кеше яҙмыштары аша асып һала, китап уҡыусыны хис-тойғолар даръяһына сумдыра, күңелдәге иң нескә ҡылдарҙы сиртә, һиҫкәндерә, уйландыра…
Күренекле яҡташыбыҙ Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваны тыуған көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Ижад ҡомарығыҙ бермә-бер артһын, илһам шишмәләрегеҙ тулып торһон, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ.