logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Бөгөн Юлай Мәҡсүтовтың тыуыуына – 60 йыл.

Юлай Мәҡсүтов 1962 йылдың 18 ғинуарында Сибай ҡалаһында ишле ғаиләлә етенсе бала булып донъяға килә. Кескәйҙән ул теремек, зирәк бала, туған йәнле булып үҫә. Уҡыу уға еңел бирелә. 5-се кластан һуң ул уҡыуын баш ҡалалағы 1-се интернат-мәктәптә (хәҙерге Р.Ғарипов исемендәге гимназияла) дауам итә. Бында ла тик яҡшы билдәләргә генә уҡый, мәктәптең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Мәҙәни-әҙәби сараларҙың уртаһында ҡайнай, спорт менән шөғөлләнә, бейеү, ҡурай түңәрәктәренә йөрөй, фото төшөрөү менән мауыға. Бөтә яҡтан да талантлы уҡыусыны “Орленок” Бөтә Союз лагерына ял итергә йүнәлтмә бирәләр. Артабан ул БДУ-ның башҡорт филологияһы факультетына уҡырға инә. Бында ла тырыш егет уҡыуҙа һынатмай, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. БДУ-ны тамамлағас, профессор Р.Байымов етәкселегендә аспирантурала уҡый, бер юлы “Йәшлек” гәзитендә хеҙмәт юлын башлай.
Йәштәр баҫмаһында эшләгән осорҙа Юлай Мәҡсүтов, Юлай-Юламан исемдәре менән баҫылған үткер телле, халыҡсан рухлы мәҡәләләре үҙ уҡыусыһын тиҙ таба, ул БР һәм РФ Журналистар Берлеге ағзаһы булып китә. Ғүмеренең һуңғы йылдарында ул гәзиттең Урал аръяғы райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе булып эшләне. Ошо осорҙа ул халҡы мәнфәғәтен яҡлаған ҡыйыу журналист булып хәтергә уйылды. Тәнҡит мәҡәләләре өсөн башынан һыйпамаған осраҡтар ҙа күп булғандыр. Арабыҙҙан шундай оло йөрәкле кешенең китеүенә күңел бер ҙә ышанмай. Уны юғалтыуҙы ауыр кисергән туғандары, фекерҙәштәре ярҙамы менән Луиза Дәүләтшина етәкселегендәге ижади төркөм 2012 йылда журналистың тыуыуына 50 йыл тулыуға ҡарата Баймаҡ ҡала типографияһында “Аяҡтарым юлда, күңелем һеҙҙә, баймаҡтар!” исемле йыйынтыҡ баҫтырҙы. Унда “Йәшлек” гәзитендә баҫылған Баймаҡ районы тураһындағы юлъяҙмалар тупланды. Ә 2013 йылда туғандарының һәм ижадташтарының ярҙамы менән Өфөлә “Матбуғат донъяһы” нәшриәтендә “Күптәргә мин үҙем усаҡ инем” исемле бик матур китап донъя күрҙе. Уны сығарыу һәм баҫтырыу мәшәҡәттәрен Юлай Мәҡсүтовтың бер туған апаһы Зәйтүнә Сәйфуллина үҙ өҫтөнә алды. Әммә эш бының менән генә туҡталып ҡалманы – районыбыҙ өсөн ҙур хеҙмәт көсө түккән талантлы журналистың исемен мәңгеләштереү, йәш хәбәрселәрҙең ижади әүҙемлеген арттырыу йәһәтенән Баймаҡ үҙәк китапханаһы уның исемендәге район журналистар премияһын булдырҙы. Был премияға төрлө йылдарҙа Зөлфиә Сафина, Гүзәл Иҫәнгилдина, Резеда Усманова, ошо юлдар авторы, Земфира Ғәҙелшина лайыҡ булды. 2020 йылда был район журналистары премияһы «Баймакский вестник» гәзите хәбәрсеһе Дмитрий Фадеев (хәҙер ул гәзиттең мөхәррире) менән яҡташыбыҙ, ул ваҡытта “Киске Өфө” гәзитендә эшләгән, хәҙер “Һәнәк” журналының яуаплы сәркәтибе Илгиз Ишбулатовҡа бирелде. Жюри фекере һәм положение буйынса премия өс йылға бер тапҡыр 35 йәшкә тиклемге үткер ҡәләмле журналисҡа тапшырыла. Тимәк, быйыл ошондай хәбәрселәрҙе асыҡлап, киләһе йыл башында Юлай Мәҡсүтовтың тыуған көнөнә ҡарата абруйлы премияны тапшырыу бурысы тора.
Журналистың тыуыуына 60 йыл тулыуы айҡанлы йәшлек дуҫтары, туғандары менән берлектә иң яҡын дуҫы Гөлсәриә Әбилева Сибай ҡала типографияһында альбом-йыйынтыҡ әҙерләү өҫтөндә. Баймаҡ районы китапханаларында ла саралар үткәреү планлаштырыла.