«Бәхет сәғәттәре һуҡҡанда»
Быйыл ноябрь айында күренекле йәмәғәт эшмәкәре, мәғрифәтсе, башҡорт совет матбуғатына һәм мәғрифәтенә нигеҙ һалыусы, башҡорт теленең дәреслектәрен, әлифбаһын төҙөүселәрҙең береһе, шағир, драматург, фольклорсы ғалим, яҡташыбыҙ Хәбибулла Ғәбитовтың тыуыуына 140 йыл тула. Ошо иҫтәлекле датаға ҡарата ҡаланың үҙәк китапханаһында шағирҙың «Бәхет сәғәттәре һуҡҡанда» исемле китабының исем туйы үтте. Был йыйынтыҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы һәм Әбделкәрим урта мәктәбендәге Х.Ғәбитов музейы менән берлектә районда 2023 йылда үткән Түңгәүер ырыуы йыйынына ҡарата баҫтырылды.
Сарала шағирҙың тыуған төйәге булған Әбделкәрим ауылынан мәғариф ветераны, әүҙем йәмәғәтсе Әлфиә Байсыуаҡова, ағинәй, Х.Ғәбитовтың туғаны Фәриҙә Ҡудашева, шулай уҡ башҡорт теле уҡытыусылары, уҡыусылар, китапханасылар ҡатнашты. Кисәне шағирҙың «Телебеҙҙе онотмаған илебеҙ» шиғыры менән «Шатлыҡ» фольклор берекмәһенең йәш сәсәндәре (етәкселәре Иҙелбаева Р.С.) асып ебәрҙе. Китапханасы Гөлназ Сабирова шағирҙың тормош юлы, ижады менән таныштырғандан һуң, һүҙ Х.Ғәбитовтың музейын ойоштороуға күп көсөн һалған, әле лә уны яңынан-яңы материалдар, мәғлүмәт менән тулыландырып тороусы Әлфиә Әғзәм ҡыҙына бирелде. Уның бай йөкмәткеле сығышы, шағирҙың фотоһүрәттәре, ғәрәп телендә яҙылған тәүге әҫәрҙәренең күсермәләре уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, улар сығыш яһаусыға үҙҙәренең һорауҙарын бирҙе. Фәриҙә инәй Ҡудашева шағирҙың «Һаҡмар буйында» исемле шиғырын көйгә һалып йырлап, үҙенең иҫтәлектәре менән бүлешеп үтте. Китапханасылар тамашасыларҙы Хәбибулла Ғәбитовтың өлкәндәр өсөн яҙылған шиғырҙары менән таныштырһа, башланғыс класс уҡыусылары – Басир Сәфәрғәлин, Әмилә Мырҙағәлина, Динислам Үҙәнбаев – шағирҙың балалар өсөн яҙылған шиғырҙарын яттан һөйләп күрһәтте. Бәләкәстәрҙең сығыштарын тамашасылар бик йылы ҡабул итте.