«Бәхеткә илткән ижад»
📖Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында халыҡтан сыҡҡан популяр яҙыусы Зифа Ҡадырова менән «Бәхеткә илткән ижад» исемле осрашыу әҙәбиәт һөйөүселәрҙең күңелендә яҡты бер эҙ ҡалдырҙы. Сарала Зифа Әбделвәле ҡыҙының ижадын үҙ иткән төрлө йәштәге китап уҡыусылар ҡатнашты. Осрашыу популяр яҙыусының тормош һәм ижад юлына байҡау яһауҙан башланып, артабан әҙәбиәт һөйөүселәр менән йәнле аралашыуға ҡоролдо. Китап уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алдылар. Автор һәр һорауға ентекле яуап биреүҙән тыш тәрән фәлсәфәүи фекерҙәрен дә еткерҙе.
Зифа Әбделвәле ҡыҙының әҫәрҙәре донья тотҡаһы булған ҡатын-ҡыҙҙарҙы һаҡларға, уларҙы хөрмәт итергә өндәй һәм һәр китап уҡыусының күңелендә яҡты уйҙар тыуҙыра, киләсәккә өмөт менән йәшәргә өйрәтә. Яҙыусыға ижади уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, киләсәктә лә һабаҡ алырлыҡ, мауығып уҡырлыҡ китаптар яҙыуын теләйбеҙ.