logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Бәпес ҡоймағы”

 

Тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында Ишмырҙа ағинәйҙәре “Бәпес ҡоймағы” йолаһын күрһәткән инеләр.Ошо традицияны дауам итеп Сыңғыҙ ауылында” Башҡортостандың бөйөк ҡатын-ҡыҙҙары ул -ағинәйҙәр“ исеме аҫтында ҙур байрам уҙҙы. Сыңғыҙҙар өс быуын вәкилдәре ҡатнашлығында “Ҡар һыуына барыу” йолаһын эҙмә-эҙлекле итеп сәхнәләштереүе һоҡландырҙы һәм күптәр бала сағына әйләнеп ҡайтты. Байрамда Баймаҡ, Сыңғыҙ, Таулыҡай,Буранбай, 1-се Этҡол, Аҡморон, Ярат, Ишмырҙа, Әбделкәрим ауылдарынан килгән абруйлы ағинәйҙәр ҡатнашты. Сарала Баймаҡ район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлшат Камил ҡыҙы Сиргалинаның ҡатнашыуы оло мәртәбә булды. Ул үҙенең сығышында ағинәйҙәрҙең эшенә юғары баһа бирҙе һәм алда үткәреләсәк саралар менән таныштырҙы.
Байрамда Буранбай, Таулыҡай ағинәйҙәре, мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусыларының сығыштары ла үҙенсәлекле матур булды.
Сара аҙағында Таулыҡай ауыл биләмәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Йәүҙәт Мөхәмәдйәров ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеүҙә көнүҙәк проблемалар, унан сығыу юлдары тураһында ҡыҙыу ғына әңгәмә булды.Был ҙур тәрбиәүи сара ауыл хакимиәте башлығы Мәхмүзә Сәғәҙәтова һәм мәктәп директоры Рәйлә Солтангилдиналарҙың оҫта етәкселеге аҫтында юғары кимәлдә үтте. Байрамды алып барыуҙа китапханасы Миңзәлә Шахморатова һәм Сәлимә Усманова, Зарифа һәм Фәттәх Аралбаевтарҙың, “Ағинәй” клубы рәйесе Вәсимә һәм Әнүәр Солтангилдиндарҙың өлөшө ҙур. Бындай матур осрашыуҙар йыл буйына дауам итәсәк. С.Иҙелбаева