logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Бөтә донъя китап һөйөүселәр көнө

? Бөгөн, 9 август-Бөтә донъя китап һөйөүселәр көнө.?
Был байрам китап нәшер итеүсе һәм уны таратыусылар-яҙыусылар, шағирҙар, әҙәбиәтселәр, нәшриәтселәр, китап магазиндары, китапханалар өсөн генә түгел, ә тәү сиратта китапхананың иң тоғро дуҫтары-беҙҙең китап уҡыусыларыбыҙ өсөн тәғәйен көн.
“Китап ене” ҡағылған кеше өсөн китап -ул сихри донъя, ниндәйҙер ваҡиғаның уртаһында ҡайнап йәшәү, хистәр тулҡынында йөҙөү мөмкинлеге лә. Күптәр “Китапханаға хәҙер кеше йөрөймө ул? Нимәгә ул китапхана!?” тип тә ебәрә, әммә беҙгә әҙ булһа ла кеше килә, даими йөрөгән уҡыусыларыбыҙ бихисап, Баймаҡ балалар китапханаһынан да кескәйҙәр өҙөлмәй. Китапханалар кешелек тарихында һәр саҡ булған, киләсәктә лә буласаҡ.
Баймаҡ үҙәк китапханаһында бөгөнгө көндә 5840 китап уҡыусы теркәлгән.(ауылдарҙан тыш). Китап фонды 47598 дана, шуларҙың 10151-е башҡорт телендә. Электрон китапхана ла (Литрес) эшләй.

Барлыҡ китап уҡыусы дуҫтарыбыҙҙы, ғөмүмән китап һөйөүселәрҙе бөгөнгө көн менән ҡотлайбыҙ! Беҙҙең китапхана ишектәре һәр саҡ асыҡ- килегеҙ, уҡығыҙ!