logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Баймаҡ ағинәйҙәре Үҙәнбашта

Районыбыҙ ағинәйҙәре Белорет районы Үҙәнбаш ауылында уҙған ағинәйҙәр йыйынында ҡатнашты. Ҡорҙың кураторы Сәрүәр Иҙелбаева етәкселегендә, Баймаҡ, Семеновск, Өмөтбай, Ҡарамалы, Аҡморон ауылы ағинәйҙәренән торған делегация йыйында ҡатнашып ҡына ҡалманы, башҡорт ҡатын- ҡыҙҙары кейемдәренә мастер – класс , “Ҡыҙ йыйнаҡ булһа, егет тыйнаҡ булыр “- тигән темаға түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү ойошторҙы. Семеновск ауылы ағинәйҙәре тамашасыларға йыр, бейеү бүләк иттеләр. Баймаҡ районы һабантуйында Белорет ағинәйҙәрен ҡаршылап, оҙатып йөрөгән Семеновск ағинәйҙәрен бөгөнгө йыйынға ауыл хакимиәте башлығы Рәсүл Фәрит улы Сәлимов алып килгән. Белорет район – ҡала ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Зөбәржәт Суфиянова, “Урал” район гәзитенең баш мөхәррире Сатура Мингажетдинова, Үҙәнбаш ауылы ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Римма Ғәлимйәнова үҙҙәренең сығыштарында республикабыҙҙа танылыу алған ағинәйҙәр ҡорҙарының эшмәкәрлеге тураһында һөйләп үтте. Сатура Жәүәт ҡыҙы Баймаҡ районы ағинәйҙәр ҡорона, Белорет ҡоролтайы рәйесе И.С.Теләүбаевтың рәхмәт хатын тапшырҙы. Сара юғары кимәлдә үтте. Йыйында ҡатнашырға беҙгә ярҙам ҡулы һуҙған , Баймаҡ район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлшат Камил ҡыҙына, район китапханалар селтәре директоры Зилә Вәкил ҡыҙына ҙур рәхмәт. Бөгөнгө йыйындан көс, дәрт , дарман алып ҡайттыҡ.
Әнүзә Мәжитова.