logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Баймаҡ үҙәк китапханаһы коллективы “Йәшә, урман!” акцияһына ҡушылды.

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Урман хужалығы йыл һайын «Йәшә, урман!» бөтә Рәсәй акцияһы иғлан итә. Быйыл ул етенсе йыл рәттән уҙғарыла. Сара барышында ағас ултыртыла, урман тематикаһына бәйле күргәҙмәләр ойошторола, биләмәләр сүп-сарҙан таҙартыла. Был акцияға Рәсәй Федерацияһының бөтә субъекттары ҡушыла. Тәбиғәтте һаҡлауға, үҫеп килеүсе быуынға экологик тәрбиә биреүҙе күҙ уңында тотҡан сарала баймаҡтар ҙа әүҙем ҡатнаша.
???1 октябрь көнө Баймаҡ үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре, китапхана эше ветерандары менән берлектә ҡаланың Салауат Юлаев исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында 20 төп ҡарағай ағастары ултыртты һәм ошо акцияға ҡушылып йәшел ҡәлғә- урманыбыҙҙы, йәшеллекте һаҡлауға үҙ өлөшөн индерҙе. Китапханасылар аллеяһы киләсәктә ҡала халҡын, ял итеүселәрҙең күҙен һөйөндөрөр, үҫкән ағастар үҙ күләгәләре аҫтына матур парҙарҙы һыйындырыр тип ышанабыҙ.???