logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

БАЙМАҠ МЕНӘН ИЛЕШ ЙӨРӘГЕНДӘ ДӨРЛӘП ЯНА ДУҪЛЫҠ УТТАРЫ!

АЛТМЫШ ЙЫЛЛЫҠ ДУҪЛЫҠҠА МӘҘХИӘ

Араларҙа ята мең саҡрымдар,

Сал урмандар, Урал һырттары.

Әммә, араларҙы яҡынайтып,

Баймаҡ менән Илеш йөрәгендә

Дөрләп яна дуҫлыҡ уттары!

 

Һаҡмар буйҡайҙары йәнде арбай,

Күңелдәрҙе тарта Сөн яры.

Ғүмер баҡый даръя булып ҡайнай

Баймаҡ менән Илеш йөрәгендә

Ғәзиз илдәштәрҙең моң-зары!

 

Заманалар ауыр, Хоҙай үҙе

Тәүәккәллек бирһен, сыҙамлыҡ.

Шөкөр, тимен, хисте сафландырып,

Баймаҡ менән Илеш йөрәгендә

Арта бара рухи туғанлыҡ!

 

Бик күптәргә үрнәк булып,

Ялҡынлы, ҡуш йөрәк булып,

Бер-берегеҙгә терәк булып

Йәшнәп-күкрәп йәшәгеҙ һеҙ,

Ике дуҫ – Баймаҡ-Илеш!

Ике дуҫ – Баймаҡ-Илеш!

Абдулхаҡ Игебаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры.

 

ИЛЕШ – БАЙМАҠ ДУҪЛЫҒЫ

Республикала райондар һәм ҡалалар араһында хеҙмәттәшлек һәм ҡунаҡсыллыҡ өлгөһө булған был бәйләнеш 1964 йылда булдырыла. Был ике район вәкилдәре бер-береһе менән социалистик ярышҡа сыға. Бына инде 6 тиҫтә йыл буйына ауыр ваҡыттарҙа бер береһенә ярҙам итешеп, шатлыҡтарын уртаҡлашып дауам иткән оло дуҫлыҡ райондарҙы берләштергән матур бер күпергә әйләнде. Баймаҡтан Илешкә, Илештән Баймаҡҡа тормошҡа сығып, килендәрҙең “таш кеүек батҡанын”, кейәүҙәрҙең ысын ир һәм ғаилә башлығы булыуын беләбеҙ. Һабантуй булһынмы, уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһеме, йәки юғары кимәлдәге саралармы – һаман ике район араһында делегациялар байрамдарға йөрөшә, ойошма-предприятиелар эш тәжрибәләре менән уртаҡлаша, бер-береһенә иҫтәлекле бүләктәр тапшыра. Был матур йолаға тоғро ҡалып Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы Илеш районынан коллегаларын ҡунаҡҡа саҡырҙы. Илештәрҙе Баймаҡ сигендә ҡаршы алғас, ҡунаҡтар Темәстә республиканың 100 йыллығына арнап асылған стеланы хайран ҡалып тамаша ҡылды. “Темәс” тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Марат Әүәлбаев ошо ерлектә ҡанлы һәм шанлы йылдарҙа булып үткән тарихи ваҡиғалар хаҡында йән әрнеткес итеп тасуирланы. Илештәр Талҡаҫ күленә ғашиҡ булды, Баймаҡ ҡалаһында Баймаҡ ҡойоу-механика заводы янындағы мемориал янында, башҡорт-татар классигы, драматург, шағир һәм публицист, татар милли музыкаль драмаһына нигеҙ һалыусы Мирхәйҙәр Фәйҙиҙең ҡәберендә булды, китапхана янындағы Башҡортостан Яҙыусылар берлегендә ағза булып торған 27 яҡташ яҙыусыға арналған Әҙәбиәт кабинет-музейын иҫтәре китеп байҡаны.

 

Ҡайнар йөрәкле ижадсылар осрашты

Ә икенсе көндө үҙәк китапханала “БАЙМАҠ МЕНӘН ИЛЕШ ЙӨРӘГЕНДӘ ДӨРЛӘП ЯНА ДУҪЛЫҠ УТТАРЫ!” тип аталған осрашыу үтте. Унда Илеш районы Үрге Йәркәй ауылы үҙәк китапханаһы янында эшләгән “Илһам” әҙәби-музыкаль берекмәһе ағзалары һәм ҡунаҡтар Баймаҡ ижадсылары – Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары менән осрашты. Кисәлә Баймаҡ районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Йыһаншина ҡатнашты.

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы Зилә Мортазина ҡунаҡтарҙы китапхананың эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Шөкөр, Баймаҡ ере төрлө йәһәттән дә таланттарға бик бай. Шул иҫәптән яҙыусы, шағир, сәсән кеүек рухиәтебеҙ өлгөһө булырҙай шәхестәребеҙ менән дә дан тотабыҙ. Бигерәк тә Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев һәм Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Шулай уҡ билдәле яҙыусы-шағирҙарыбыҙ Батыр Вәлид, Сәләх Кулибай, Нәжип Иҙелбай, Мирас Иҙелбаев, Аҫылғужа Баһуманов, Рәйес Түләк, Наил Ғәйетбай, Әхмәр Үтәбай, Лилиә Һаҡмар, Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева, Гөлнара Мостафина, Рәзилә Ырыҫҡужина һәм башҡа шәхестәребеҙҙең әҙәбиәт күгендә ҡабатланмаҫ үҙ урындары бар, улар районыбыҙ мәртәбәһен арттыра.  Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы йыл һайын юбиляр яҙыусы-шағирҙарыбыҙҙы саҡырып ижад кисәләре, йыл әйләнәһенә төрлө осрашыуҙар, әҙәби-музыкаль кисәләр, китапхана дәрестәре, конференциялар һәм башҡа саралар ойоштороп, бик ҙур эш башҡара. Китапхана янында “Тыуған яҡты өйрәнеүселәр клубы”, “Оҫтабикә”, “Йылы осрашыуҙар”, “Йәнгүҙәй”, “Игебай мәктәбе” клубтары даими эшләп килә.

 

Ижади бәйләнештә тәүге аҙымдар

2020 йылда Илеш районының Үрге Йәркәй ауылы үҙәк китапханалар системаһы янында эшләгән “Илһам” берекмәһе етәксеһе Клара ханым Хәлиуллина тәҡдиме менән ошо ике туғандаш райондарҙа йәшәп ижад итеүсе ижадсылар араһында ла дуҫлыҡ ептәре һуҙылып, бик матур традицияға нигеҙ һалынды. Тәүге онлайн осрашыу “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” телекүпере тип аталды һәм унда “Илһам” менән “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары зум платформаһында онлайн осрашты.

 

“Йәнгүҙәй”ҙе күрмәй йән түҙмәй…

“Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе 25 йыл элек Баймаҡ ҡалаһында барлыҡҡа килгән, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы янында уңышлы эшләй. Тәүге ултырыштарҙа шағир Буранбай Исҡужин, матбуғат аҡһаҡалы Тәфтизан Ушанов һәм шағирә Гөллирә Исхакова йәш ижадсылар өсөн остаз була. Берекмәнең маҡсаты – Ирәндек буйында йәшәүсе ялҡынлы йөрәктәрҙән урғылған ижад емештәре менән танышыу, уларҙың әҫәрҙәрен баһалау, авторҙарҙы оло ижад донъяһына йәлеп итеү. Сөнки яҙыусылыҡ – Хоҙай тарафынан бирелгән иң ҡиммәтле һәләт. Уны мотлаҡ үҫтерергә, үҙ өҫтөңдә даими эшләргә, камиллашырға кәрәк.

“Йәнгүҙәй”ҙең тәүге етәксеһе шағирә Гөллирә Исхакова булды.  2002 йылдан шағирә Айгөл Иҙелбаева етәкләй. Берекмә 2007 йылдан Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты  Рәйес Түләк исемен йөрөтә. 2009 йылда 31 авторҙан торған “Ирәндек гәүһәрҙәре” исемле тәүге, 2022 йылда 42 авторҙың ижадын туплаған “Ирәндек гәүһәрҙәре-2” йыйынтыҡтары донъя күрҙе. Әле берекмәнең сирек быуатлыҡ күркәм юбилейы һәм шағир, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Рәйес  Рәйес Түләктең тыуыуына 65 йыл тулыуына арналған өсөнсө китап тамамланыу өҫтөндә.

“Бәйләнештә” селтәрендә берекмәнең “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе. Баймаҡ” исемле төркөмө бар. Унда яҙыусы-шағирҙарҙың ижад емештәре донъя күрә, төрлө конкурстар, флешмобтар ойошторола, шулай уҡ билдәле яҙыусыларҙың әҫәрҙәре лә төркөмдөң битен биҙәй. Бынан тыш “Беҙ – Баймаҡ шағирәләре!”, “Беҙ – Баймаҡ әҙиптәре!” проекттары, “Белеп ҡуй!”, “Тәржемә мәктәбе”, “Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?”, «Ә һеҙ беләһегеҙме?» исемле даими рубрикалар алып барыла.

«Тәржемә мәктәбе» рубрикаһы сиктәрендә Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары Александр Сергеевич Пушкиндың шиғырҙарын бик матур итеп башҡорт теленә тәржемә итте. Ошо ижади эштәрҙе туплап Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы “Пушкинды тәржемәләйбеҙ!” тип аталған кескәй йыйынтыҡ сығарҙы. Башҡорт тарихы йылы уңайынан “Тарих яҙыр инем ташына” республика әҙәби марафоны сиктәрендә “йәнгүҙәй”ҙәр тарихи темаға арналған шиғырҙарҙан ғына торған китапсыҡ туплап сығарҙы.  Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуы айҡанлы берекмә ағзаларының шағирға арнап яҙған шиғырҙары һәм афоризмдары «Хуш еҫле кәрәҙ ҡоямын» исемле йыйынтыҡҡа инде. Быйыл берекмә ағзалары ярышып Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә арналған шиғырҙар ижад итеү итә.

Әлеге ваҡытта Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаларының 60-тан ашыу китабы донъя күргән. Берекмәлә ҡанат нығытҡан Әминә Яхина, Урал Мостафин, Фәнис Сирбаев, Айгөл Ишемғужина Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар берлегенә ағза итеп ҡабул ителде.

Айҙар Байыҡ исемендәге республика сәсәндәр бәйгеһендә төрлө йылдарҙа Хәйҙәр Көмөшбаев, Әкрәм Ҡәйепҡолов, Таңһылыу Вәлиева Гран-при, беренсе һәм икенсе урындарға эйә булды. “Башҡортостан ҡыҙы” журналы ойошторған “Әсә йөрәге” конкурсында төрлө йылдарҙа Таңһылыу Вәлиева, Тәслимә Рәхимова, Айгөл Аҡҡужина, Көнһылыу Сөләймәнова, Гөлзифа Исрафилова, Риана Вәлиева, Фәриҙә Исмәғилева призлы урындар яуланы. Нурия Мортазина “Илһам шишмәләре-21” төбәк-ара Шиғриәт байрамында “Башҡортостан йылы” номинацияһында еңеүсе тип табылды.

Шуныһы һөйөнөслө: арабыҙҙа күңелдәрендә шиғри ҡылдары сыңлаған ҡәләм тирбәтеүселәр күп булғанға, «Йәнгүҙәй» әҙәби-ижад берекмәһе сафы йылдан-йыл  баҙыҡ исемдәр менән тулылана бара.  Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары үтә әүҙемдәр: туҡтауһыҙ эҙләнәләр, яңы әҫәрҙәр яҙалар,  үҙҙәре лә кемуҙарҙан китаптар сығара,  “Бәйләнештә” селтәрендә лә даими ижад емештәре менән бүлешә.

Мин бәхетле – шиғыр, йырым бар,

Ижадым һәм тыуған ерем бар.

Донъяға ғашиҡ йөрәгем менән

Мәңге азат рухлы йәнем бар! – тип бына шулай гөрләп йәшәй “йәнгүҙәй”ҙәр.

 

“Йәнгүҙәй”ҙә илештәр ҙә бар

Кисәлә Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаларының сығыштары башлыса 60 йыллыҡ дуҫлыҡҡа бәйле булды. Әйткәндәй, берекмә ағзалары араһында сығышы менән Илеш районынан булған вәкилдәр ҙә бар.  Берекмәнең иң әүҙем ағзаларының береһе, сығышы менән Илеш районынан булған Рәйсә Миҙхәт ҡыҙы Иҫәнбаева – Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Ул өлкәндәр өсөн дә, балалар өсөн дә берҙәй уңышлы ижад итә. Шиғырҙар, хикәйәләр яҙа, тарихи-документаль өлкәлә лә һынатмай. Илештәрҙең Баймаҡҡа килеп урынлашыуы хаҡында “Һуғыш ярып үтте йөрәкте” исемле китап сығарҙы. Ул Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналды. Рәйсә Миҙхәт ҡыҙы Илеш районынан Баймаҡҡа күсеп килгән 41 ғаиләнең яҙмышын бәйән иткән китап тураһында тетрәндергес итеп һөйләне.

Илеш тарафтарынан булған тағы бер ағза – баянсы, йырсы, композитор, шағир Мөхәммәт Мөбәрәк улы Минбагисов. Ул 2019 йылда шағир Рәмил Сурағоловтың “Сурағол” нәшриәтендә “Йырлы-моңло донъям”, “Ялҡын”, “Йырҙар” исемле ике шиғри һәр бер йыр йыйынтыҡтарын баҫтырҙы, шулай уҡ шиғырҙары урындағы авторҙар менән берлектә “Ирәндек гәүһәрҙәре-2”, “Урғаҙа тауышы” исемле альманахтарҙа донъя күрҙе. Мөхәммәт Мөбәрәк улы Ә.Атнабаев, Н.Нәжми һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры А.Игебаев шиғырҙарын яттан һөйләү конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яулаған. Мөхәммәт Мөбәрәк улы яҡташтарын ижады менән таныштырып, дәртле йыр бүләк итте.

Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһенең тағы бер әүҙем ағзаларының береһе Борис Мөхәмәт улы Хәйретдинов – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, райондың Б.Вәлид исемендәге премияһы лауреаты, мәғариф ветераны, тыуған яҡты өйрәнеүсе, һәүәҫкәр композитор, бихисап китаптар авторы. Ул һөнәре буйынса төрлө йылдарҙа клубтың художество етәксеһе, уҡытыусы, мәктәп директоры, ауыл Советы рәйесе булып эшләү менән бер рәттән йәмәғәт ойошмаларында әүҙем ҡатнаша. Ә әҙәби ижад һәм йыр яҙыу менән ғүмере буйы шөғөлләнә. Әйткәндәй, Башҡортостандың халыҡ шағиры, күк Ирәндек йырсыһы Абдулхаҡ Игебаевтың шиғыры Баймаҡта йыр булып йөрөй, сөнки Борис Хәйретдинов уға көй яҙҙы. Баянда уйнап автор башҡарыуындағы был хисле йыр 60 йыллыҡ дуҫлыҡҡа мәҙхиә булып яңғыраны.

Берекмә ағзаһы Таңһылыу Әхмәтхан ҡыҙы Вәлиева ла, күпселек ижадсы дуҫтары кеүек, ғүмерен белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған, “Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү почётлы хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булған. Таңһылыу Вәлиева шиғриәттә лә, прозала ла әүҙем ижад итә, бихисап район һәм республика ижади конкурстар лауреаты. Айҙар Байыҡ исемендәге республика сәсәндәр бәйгеһендә бер нисә тапҡыр призлы урын яуланы. “Башҡортостан ҡыҙы” журналы ойошторған “Әсә йөрәге”, Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған республика хикәйәләр конкурстарында беренсе урынға эйә булды. Кисәлә Таңһылыу Әхмәтхан ҡыҙы ауылына килен булып төшөп таштай-ҡомдай батҡан Илеш районы Йәркәй ауылы ҡыҙы Зилә Мәғәсүи ҡыҙы Нурмөхәмәтованан (хәҙерге шәрифе Байымова) сәләм еткерҙе. Сәсәниә булараҡ, Таңһылыу ханым ижад емешенән дә ауыҙ иттерҙе.

 

Сәхнә түрендә – Илештәр

“Йәнгүҙәй”ҙәрҙең йырлы-моңло сығышынан һуң танышыу һәм аралашыу “дилбегәһе” туғандаш Илеш районынан килгән хөрмәтле ҡунаҡтар ҡулына күсте. Илеш районы Үрге Йәркәй ауылы үҙәк китапханалар системаһы директоры Айгөл Яҡупова үҙҙәренең китапханаһының эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне. Башҡа китапханаларҙан айырмалы рәүештә, Илештә үҙәк китапханала һәм ауылдарҙа “Библиопродленка” тип аталған проект уңышлы тормошҡа ашырыла икән. Йәғни мәктәп уҡыусылары китапханаға килеп күмәкләшеп өйгә эштәрен әҙерләй, дәрес эшләгән арала китапханасылар улар өсөн төрлө уйындар, ял минуттары ойоштора. Айгөл Салихйән ҡыҙы үҙе күптән түгел генә китапхана системаһына килеүенә ҡарамаҫтан, уның бик өлгөр, талапсан, ныҡыш етәксе булыуы һәм коллективтарының да эшлеклелеге слайдтарҙа сағыу күренде. Китапханасылар – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәйрүзә Мәзитова һәм Аҡсәсәк Аҡмалова ла Иҫке Ҡырғыҙ һәм Ҡарабаш ауыл моделле китапханаларының эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Фәйрүзә ханым моңло йыр ҙа бүләк итте.

“Илһам” әҙәби-музыкаль берекмәһе етәксеһе, китапханасы, оҫта алып барыусы Клара Хәлиуллина берекмә ағзалары менән ентекле таныштырҙы. Бишҡурай ауылы ҡыҙы, “Ҡыҙыл таң” республика гәзите журналисы Зөһрә Исламова үҙе лә 5 китап авторы икән. Ул китапханаға Муса Гәрәев тураһындағы китабын бүләк итте.

Татар, башҡорт һәм рус телдәрендә ижад итеүсе Рита Солтанова 2020 йылда Йыл шағиры-2020” Милли әҙәби премияһы номинанты булған, Иван Буниндың 150 йыллығы миҙалы кавалеры, шиғырҙар йыйынтығы 2019 йылда “Биҙәктәр” исемле электрон китапта донъя күргән. Шулай уҡ “Илһам” әҙәби-музыкаль клубы ағзалары, китап авторҙары –  Рәзиф Ғәлиев, Рәлиф Шәғәлиев, Әлфирә Сәйетгәрәеваларҙың сығыштары бик тә фәһемле булды. Илештәр 60 йыллыҡ дуҫлыҡтың тарихын, Баймаҡ ерлеге хаҡында ентекле мәғлүмәт туплап, үҙҙәренең ижад емештәрендә сағылдырҙы, шулай уҡ дуҫлыҡты нығытып дәртле йырҙар ҙа яңғыраны.

Бына шулай ижадташтар үҙ-ара йырлы-шиғырлы күстәнәстәре менән бүлеште. Илештәр Баймаҡ – Илеш райондары дуҫлығы хаҡында китап яҙырға йыйыныуҙары, ошо китапҡа мәғлүмәт туплауҙары хаҡында һөйләне. “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары Рәйсә Иҫәнбаева һәм тарихсы Борис Хәйретдинов китапҡа авторҙаш булырға теләктәрен белдерҙе.

Осрашыу Илеш – Баймаҡ араһында дуҫлыҡ күперен нығытыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына әүерелде. Артабан илештәр Икенсе Этҡол күп функциялы үҙәгенә сәйәхәт яһаны, китапхана һәм ағинәйҙәр эшмәкәрлеге менән танышты. Тарих уҡытыусыһы Мораҙым Хәлилов Икенсе Этҡол ауылынан сыҡҡан күренекле шәхестәр, ауыл янында халҡыбыҙҙың мәшһүр эпосы “Урал батыр”ҙың нисек яҙып алыныуы хаҡында бик оҫта тасуирланы.

Шулай итеп ике туғандаш район вәкилдәре һәм ижадсылары араһындағы осрашыу сәғәттәре күҙ асып йомған арала үтеп тә киткән. Киләсәктә лә ижади күперебеҙ йәшәһен, ике туғандаш халыҡтың йөрәгендәге ихтирам һәм һөйөү уттары йәшнәһен! Дуҫлыҡ ептәрен артабан да нығытырға, берекмәләребеҙҙең яңынан-яңы ағзалары һәм уларҙың ижад емештәре менән киләсәктә лә танышып торорға яҙһын, тигән изге теләктәрҙә ҡәрҙәштәребеҙ менән көскә айырылыштыҡ.

Илештәрҙе оҙатыу менән “Йәнгүҙәй” егеттәре шиғыр яҙып та ташланы. Был ижади дуҫлыҡҡа арналған емештәрҙең башы ғына әле.

Әкрәм Ҡәйепҡолов:

Илеш – Баймак, Баймаҡ – Илеш,

Илештәр беҙгә килмеш.

Алыҫ ара йонсотмаған –

Ҡыҙҙары һылыу килеш.

 

Рәмил Хәсәнов:

Эх үкенес: шәп саранан

Ситтә ҡалдым баралмай!

Ҡурайымда уйнар инем,

Түҙмәҫ инем йырламай…

Насип итмәне тағы ла

Илештәрҙе күрергә,

“Буранбай”ға хисләндереп,

“Байыҡ”ҡа бейетергә…

Фотоға ҡарап һүрелмәҫ

Йөрәгемдең ялҡыны.

Дөрләп янған дуҫлыҡ утын

Баҫмаҫ һыуҙың һалҡыны…

Йәшәһен Илеш-Баймаҡ,

Баймаҡ-Илеш дуҫлығы.

Кәртә булып торалмаҫ

Аралар алыҫлығы!..