logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы уңайынан

Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары берлеге һәм Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы мәшһүр сәсән Ғәбит Арғынбаев иҫтәлегенә арнап Урал аръяғы “Урал батыр” эпосынан өҙөктәрҙе яттан һөйләүселәр видеоконкурсы иғлан иткәйне.
40-ҡа яҡын конкурсант эпостан өҙөктәрҙе ике һәм унан күберәк телдә һөйләп ҡатнашты. Мәшһүр дастаныбыҙ башҡорт, урыҫ, татар ғына түгел, инглиз, француз, төрөк һәм башҡа телдәрҙә лә яңғыраны. Ә ҡатнашыусыларҙың иһә Баймаҡ, Әбйәлил, Көйөргәҙе, Белорет, Ишембай райондарынан, Баймаҡ, Сибай, Өфө ҡалаларынан булыуы һөйөндөрҙө. Видеоконкурс “Бәйләнештә” селтәрендә махсус асылған “Урал батыр” эпосын һөйләүселәр конкурсы” төркөмөндә барҙы. Төркөм бик әүҙем булды – лайыҡтар, комментарийҙар яуҙы ғына! Ҡатнашыусыларҙы көйәрмәндәре дәртләндереп торҙо.
23 июлдә Түбәнге Иҙрис ауылында мәшһүр сәсән Ғәбит Арғынбаевтың тыуыуына 170 йыл тулыуы уңайынан һәйкәл асыу, Арғынбаевтар шәжәрәһе байрамы һәм “Урал батыр” эпосынан өҙөктәрҙе һөйләүселәр видеоконкурсының йомғаҡлау тантанаһы үтте. Сарала Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, танылған артистар, ауыл халҡы, ҡунаҡтар ҡатнашты.
Шулай итеп, Урал аръяғы “Урал батыр” эпосынан өҙөктәрҙе яттан һөйләүселәр видеоконкурсы еңеүселәре түбәндәгесә билдәләнде һәм елле приздар менән бүләкләнде.

“Урал батыр” эпосынан өҙөктәрҙе 2 һәм унан күберәк телдә һөйләгән яңғыҙ ҡатнашыусылар номинацияһы

7 – 11 йәшкә тиклемге төркөм еңеүселәре:
1-се урын – Баймаҡ районы Ҡаратал ауылынан Аҡйондоҙ Күсәрбаева
2-се урын – Баймаҡ районы Темәс ауылынан Разалия Ибраһимова
3-сө урын – Баймаҡ ҡалаһынан Әмилә Мырҙағәлина

12 – 17 йәшкә тиклемге төркөм еңеүселәре:
1-се урын – Баймаҡ районы Темәс ауылынан Рәзинә Шахморатова
2-се урын – Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылынан Линара Ғибатова
2-се урын – Сибай ҡалаһынан Зөлфиә Яхина
3-сө урын – Баймаҡ районы Таулыҡай ауылынан Илназ Исхаков

18 йәш һәм унан өлкәндәр төркөмө еңеүселәре:
Көйөргәҙе районы Яңы Таймаҫ ауылынан Рәйлә Зәйнуллина
Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылынан Хәмдиә Ғүмәрова

“Урал батыр” эпосынан өҙөктәрҙе сәхнәләштергән өсөн Көйөргәҙе районы Яңы Таймаҫ ауылынан ижади төркөм (етәксеһе Рәйлә Зәйнуллина) махсус приз менән бүләкләнде.

Конкурста барлыҡ ҡатнашыусыларға ла бөйөк эпосыбыҙҙы өйрәнеүҙәре, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлауға һәм уны киләсәк быуынға таратыуға үҙ өлөштәрен индергәндәре өсөн рәхмәт әйтәбеҙ! Йөрәгегеҙҙә яҡтылыҡ нуры йәшәһен!

#БаймакскаяМЦБ #СоюзобщественныхинициативЗауралья #эпосУралбатыр #ГабитАргинбаев