logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Башҡорт шағиры Ғәлимов Сәләмдең тыуыуына 110 йыл

Башҡорт шағиры Ғәлимов Сәләмдең тыуыуына 110 йыл (1911-1939).

Башҡорт шағиры, журналист һәм ғилми хеҙмәткәр Ғәлимов Сәләм Ғәлим улы Силәбе өлкәһе Сосновка районының Оло Тәгәш ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, 1928-1930 йылдарҙа ауылда уҡытыусы, комсомол ойошмаһы рәйесе булып эшләй, колхоз ойоштороуҙа ҡатнаша, ауыл хәбәрсеһе була. 1930 йылда “Башҡортостан” гәзите редакцияһына эшкә саҡырыла, 1937 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай (хәҙерге БДУ). Артабан Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институтында эшләй. 1939 йылда Ленинградта аспирантурала уҡып йөрөгән сағында ҡаты ауырып вафат була. Үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә Ғәлимов Сәләм башҡорт шиғриәтендә беренсе булып лирик, эпик һәм новаторлыҡ алымдарын ҡуллана. Шағирҙың 1932 йылда “Тревога” поэма һәм шиғырҙар, 1934 йылда “Тревоганан һуң” шиғырҙар китабы донъя күрә, 1936 йылда“Шоңҡар”, 1940 йылда “Бала” поэмалары баҫыла. Артабан да Республикала 1967 йылда әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн Ғәлимов Сәләм исемендәге премия булдырыла һәм ул 1990 йылғаса 50 авторға һәм 5 ижади коллективҡа тапшырыла. Ғәлимов Сәләм исемендәге премияға күренекле яҡташтарыбыҙ – фольклорсы-ғалим Салауат Галин, шағир Абдулхаҡ Игебаев, бейеүсе Рәшиҙә Туйсина лайыҡ була.

Башҡортостан
Бында дала!..
Бында ел бураны;
Бында урман… йәнһеҙ ҡыр ине;
Ниндәй геүләү бөгөн?
Ниндәй шартлау?
Үҙгәртәләр хәҙер был ерҙе.
Ер тоҡанған…
Утлы лава бәрә,
Киң һауала ҡаты гөрөлдәү.
Был бит – Башҡортостан!
Яңынан тыуа,
Аграр илдән – сталь, тимергә…
Ҡая ташлы ҡалын тау йөрәген
Ватып емерә көслө динамит;
Унда металл,
Илгә күберәк металл,
Күберәк металл, иптәш Белорет!
Эй, Торатау, һин дә көләсһеңме?
Алыҫҡалыр күренә шатлығың:
Һинең ҡуйыныңдан да,
Ерҙе ватып,
Ишембайҙа нефть атты бит.
Ер һелкенә,
Бейек тау шартлаһа,
Еңгән һайын беҙҙең дан сыға;
Урал –Кузбасс ашығып
Нефть һорай,
Ә домналар көтә колчедан.
(1931)