logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Башҡорт теле көнө

2016 йылдың 14 декабренән Республикала Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 185 йыл тулыу айҡанлы башҡорт теле көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан  Баймаҡ үҙәк китапханаһында Башҡортостан Дәүләт йыйылышы Ҡоролтайы һәм Башҡортостан яҙыусылар союзы тарафынан иғлан ителгән “Туған телгә 100 аҙым” исемле проект старт алды. Сарала Баймаҡ ҡалаһының 1-се, 2-се, 3-сө һанлы мәктәптәренең уҡыусылары, китапхананың китап уҡыусылары, әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты.

Был сара үҙәк китапханаһының уҡыу залында ойшоторолған “Туған телгә 100 аҙым исемле” китап күргәҙмәһе менән таныштырыуҙан башланып китте. Тәүге сығыш Таулыҡай төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы,  Урал батыр эпосының йәш башҡарыусыларҙың Халыҡ-ара бәйгеһе еңеүсеһе – Яхина Шәүрә башҡарыуында “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү булды.

Китапхананың даими уҡыусылары-  Мәғәфурова Светлана Әхтәм ҡыҙы, Ишалина Ғәйниямал Вәлиәхмәт ҡыҙы үҙҙәре уҡыған әҫәрҙәр тураһында һөйләп үттеләр. 100 исемлеккә ингән Спартак Ильясовтың “Биглый”, Мөнир Ҡунафиндың “Инстинкт”  әҫәрен һөйләгәндәрҙән залда ултырыусыларҙа китаптарға ҡыҙыҡһыныу уянды. Бик күп әҙәби бәйгеләрҙең еңеүсеһе – Сыңғыҙ ауылынан Туйсина Мәҙинә Ғүмәр ҡыҙының  исемлеккә ингән Фәрзәнә Аҡбулатованың “Атай икмәге” исемле хикәйәһенән өҙөктө яттан һөйләүе күптәрҙе хайран итте.

Баймаҡ халыҡ театрына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, китапхананың яҡын дуҫы Романова Рәмзиә “Туған телгә 100 аҙым ” проектының исемлегенә ингән  Әсҡәт Мирзаһитовтың “Әсәләр көтәләр улдарын”  пьесаһынан өҙөктө күрһәтеүе сараның матур бер биҙәге булды.

Яҡташ яҙыусы – Лилиә Ҡәипованың “Уйнаһын ҡурайҡайым” исемле шиғырына яҙылған йырҙы тыңланыҡ һәм ҡушылып бейенек. Китаптар авторы , һәүәҫкәр композитор Борис Хәйретдинов Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырына яҙған йырын башҡарыуы барыһының да күңеленә хуш килде.

Сара ҡаланың 2-се һанлы мәктәбе уҡыусыларының Рәми Ғариповтың “Туған тел” исемле шиғырына арналған флеш-моб менән тамамланды.

Был сарала ҡатнашыусылар рухланып, дәртләнеп һәм башҡорт теленең ниндәй яғымлы, бай, нәфис һоҡланғыс булыуына тағы бер тапҡыр инанып, үҙ телебеҙҙе һаҡлайыҡ, ихтирам итәйек тигән уйҙар менән таралыштылар.