logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Башҡорт телендә һөйләшәм!

Билал ауыл китапханаһында үткән интеллектуаль уйын ошондай исем аҫтында үтте. Ике команда “Башҡортостан” (етәксеһе Сәғилә Бикйән ҡыҙы), “Башҡорт теле” (етәксеһе Илүзә Нурислам ҡыҙы) һүҙ оҫталлығына, тапҡырлыҡҡа, отҡорлоҡҡа көс һынашты, ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙе. “Тел хикмәттәре” ярышында үҙҙәре менән булған ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе һөйләнеләр. Һөйөндөргән дә, көйөндөргән дә тел шул. “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Миңһылыу Нурмөхәмәт ҡыҙы, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Илдүсә Азат ҡыҙы сараға йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотланы, башҡорт теленә балаларҙы ғына түгел, ейән-ейәнсәрҙәрҙәргә лә өйрәтергә өндәне.

“Б” хәрефенә башланған хәрефтәрҙән генә хикәйә төҙөнө “Башҡортостан” командаһы: “Борон-боронда бер бабай булған Билалда. Бабайҙың балалары береһенән береһе бәләкәй булған. Буранбай бабай билен биртендергән. Буранбай бабайҙың бүләсәре Баныу биртеккә башҡалалағы бабайҙың балаһы Бибинурға барған. Бибинур баландан бәлеш бешергән булған. Биртеккә бәлеш биргән. Буранбай бабайға бәлеш булғас, биле буйтым булған”.

“Башҡорт теле” командаһының “Ҡ” хәрефенә яҙған хикәйәһе. “Ҡарағыҙсы, ҡәҙерле ҡунаҡтар! Ҡалай ҡуҡырайышып, ҡайҡайышып ҡарайһығыҙ. Ҡырҙан ҡарағанда ҡалай ҡыҙыҡ. Ҡупшыһығыҙ, ҡаштарығыҙ ҡарлуғас ҡанатылай ҡыйылған, ҡорһаҡтарығыҙ ҡомалаҡтай ҡабарған. Ҡуй, ҡаныҡҡанға, ҡаңғырмағыҙ, ҡалтыранмағыҙ, ҡурҡмағыҙ! Ҡыуанып ҡарағыҙ. Ҡоторошоп ҡысҡырабыҙ, ҡый”.

Башҡорт телебеҙ бай ҙа, яғымлы ла шул! Ҡәҙерләйек, һаҡлайыҡ, үҙ телебеҙҙә һөйләшәйек, телебеҙҙе яратайыҡ!